+24 °С
Ямғыр
Йүткеректән нисек ҡотолорға була? Бәләкәйерәк кәстрүлгә бер стакан һыу ҡойоп ҡайнатырға ла, ваҡлап туралған алты теш һарымһаҡ һалып, ҡапҡасты ябып, талғын утта тағы бер аҙ – 5 минуттай – тоторға. Шунан кәстрүлде плитәнән ситкә алып, һыуына бер балғалаҡ аш содаһы өҫтәргә. Тиҙ генә баш аша ҡалын таҫтамал йә бүтән әйбер менән ҡапланып, шуның эҫе быуын һуларға: ике-өс тапҡыр танау менән тәрән тын алабыҙ һәм уны ауыҙҙан сығарабыҙ. Боҫтоң бөркөлөүе бөткәнсе шулай тын алып торабыҙ. Аҙағынан уранып ятып торорға кәрәк.