Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Ғинуар 2024, 04:06

Бөрйәнйылғала - һаулыҡ дәресе

Районыбыҙҙың төпкөлөндә урынлашһа ла ауылыбыҙ, уны белмәгән кеше һирәк. Сөнки ауылыбыҙҙың данын Республика кимәленә күтәреүсе ғәиләләр күп. Шундайҙарҙың береһе Сәлимйән Хәкимйән улы һәм Йәмилә Уйылдан ҡыҙы Үлйәбаевтар. Улар 3 бала тәрбиәләп буй еткерҙе. Үҙҙәре лә бер туҡтауһыҙ эш менән булышҡанға күрә балаларын да эшлекле, маҡсаттарына ынтылыусан итеп үҫтерәләр. Сәлимйән үҙе шашка уйнарға яратҡан кеше булараҡ,Наҙгөл менән Айбулатты ла бәләкәйҙән шашка серҙәренә төшөндөрә... #всейсемьей#всейсемьей02#всейсемьейБаймак Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Районыбыҙҙың төпкөлөндә урынлашһа ла ауылыбыҙ, уны белмәгән кеше һирәк. Сөнки ауылыбыҙҙың данын Республика кимәленә күтәреүсе ғәиләләр күп. Шундайҙарҙың береһе Сәлимйән Хәкимйән улы һәм Йәмилә Уйылдан ҡыҙы Үлйәбаевтар. Улар 3 бала тәрбиәләп буй еткерҙе. Үҙҙәре лә бер туҡтауһыҙ эш менән булышҡанға күрә балаларын да эшлекле, маҡсаттарына ынтылыусан итеп үҫтерәләр. Сәлимйән үҙе шашка уйнарға яратҡан кеше булараҡ,Наҙгөл менән Айбулатты ла бәләкәйҙән шашка серҙәренә төшөндөрә...Район,Урал аръяғы,Республика кимәлендә ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашалар.Ә инде Айбулат саңғыны ла үҙ итә.Ҡыштың ниндәй генә көндәре булыуға ҡарамаҫтан Данил, Заһир, Салауат, ағайҙарына эйәреп ,саңғыла урман гиҙергә әүәҫләнеп китә.Улар ситкә уҡырға киткәстәре,дуҫтары: Мирас, Юламан,, Айсыуаҡ менән ағайҙарының юлын дауам итәләр. Баймаҡ лицей -интернатына уҡырға килгәс ,яратҡан шөғөлө менән яҡынданыраҡ танышырға уҡытыусыһыла этәргес көс бирә.Ярыштарҙа еңеү сәмен шашка ярыштарында уҡ тойған үҫмер,саңғыла ла алдыңғылыҡты бирмәй.Бында ғәиләнең тәрбиәһе иң ҙур ролдә уйнағандыр инде.Сөнки ата -әсәй иң беренсе шатлыҡ менә!н уртаҡлашып ҡына ҡалмай,һәйбәт саңғы ,ботинкалар ҙа,ярыштарға йөрөтөү ҙә сығымдар талап итә.Айбулаттың һәр ярышының тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтөп, яратҡан тәмле ризыҡтарын әҙерләп көтөп алған әсәйҙең изге доғалары ҡабул була .Бына ошондай тырыш,маҡсатына ынтылыусан,дәртле егетебеҙҙе мәктәбебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.Ҙур ғына йәшник менән килеп инде Айбулат .Баҡтиһән,унда ярыштарҙа алған бүләктәре-миҙалдарын һәм кубоктарын алып килгән.Әлеге мәлдә Сибай педколлежд студенты булған Айбулатты тренеры Хәмитов Фәрит Рәхимйән улы саңғыла йүгереүҙең серҙәренә төшөндөрә икән.Иң беренсе алған миҙалын бөтәһе араһында тиҙ генә табып күрһәтте ,сөнки ошо уға сәмле этәргес көс биргән дә инде. Осрашыуыбыҙға әсәһе Йәмилә Уйылдан ҡыҙы ла килгәйне. Спортсының нисек үҫеүен, ниндәй ризыҡтарға өҫтөнлөк биреүе тураһында һөйләп китте.
Ауылыбыҙҙың фельдшеры Роза Кинйәғәли ҡыҙы умыртҡа бағанаһының дөрөҫ үҫеше,сколиоз булмаһын өсөн ниндәй физик күнекмәләрҙе дөрөҫ итеп эшләргә кәрәклеген өйрәтте. Ә инде Альбина Памир ҡыҙы үҙенең дә ошо спорт төрөн яратыуын,бала саҡтан район һәм Республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа еңеү яулап ҡайтыуы тураһында һөйләне. "Хәҙерге заманда төрлө саңғылар күп , кейемде әйтеп тораһы ла юҡ - Беҙ уҡыу йорттарында булғаны менән йөрөнөк,Ысынлапта ошондай ярыштар кешене ҡанатландыра,физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да кеше нығына,бирешмәҫкә өйрәнә."-тине Альбина Памир ҡыҙы.Күнелле генә һөйләшеүеббеҙең аҙағы тағы ла күнелле тамамланды.Айбулат ағайҙары үҙенең саңғыһын алып килгәйне.Ярышҡа нисек әҙерләнеүен,саңғыны рәтләү ысулдарын әйтеп кенә ҡалманы,ә саңғыла йөрөргә лә өйрәтте. Тирә -яҡҡа спорт һөйөүе менән дан ҡаҙанған Айбулат Сәлимйән улы менән осрашыу матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.Алға ,тик алға Бөрйән-Йылға бөркөтө!

Бөрйәнйылғала - һаулыҡ дәресе
Бөрйәнйылғала - һаулыҡ дәресе
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас