Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Января 2024, 09:25

Улар үҙ донъяһында йәшәй

Аутизмды ауырыу тип әйтергә тел әйләнмәй, ул күберәк – баланың үҙенсәлеге. Уның билдәләре кешенең аралашыуында, үҙ-үҙен тотошонда, эмоциональ хәлендә күренә. Аутистарҙың төрлөһө осрай: ҡайһы берәүҙәре бик оҙаҡ һөйләшмәй, үҙ эсенә бикләнгән, башҡаларҙан ситләшә. Икенселәре, киреһенсә, артыҡ әүҙем, гел йылмая, бер туҡтауһыҙ әйләнә, бер үк күнегеүҙе ҡабатлай. Аутистар араһында айырыуса һәләтле балалар ҙа осрай: берәүҙәр ҡатмарлы миҫалдарҙы үҙаллы сисә, хәтерҙәре яҡшы, дүрт - биш йәштә үк хәрефтәрҙе танып, инглиз телендә һүҙҙәр белергә мөмкин, бәғзеләре йырлай, бейей, бик оҫта итеп һүрәт яһай. Иң ҡурҡынысы...

Улар үҙ донъяһында йәшәйУлар үҙ донъяһында йәшәй
Улар үҙ донъяһында йәшәй

Аутизм, дөрөҫөрәге аутизм спектры боҙолоуы (ҡыҫҡартып РАС) тураһында һуңғы ваҡытта телевидениела, махсус сайттарҙа һәм интернетта мәғлүмәттәр күп сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең район-ҡалала ла балалары аутизмға юлыҡҡан ғаиләләр ҙә бар. Ата-әсәләр алдында бындай кескәйҙәрҙе нисек тәрбиәләргә һәм үҫтерергә тигән һорау килеп тыуа, уларҙың бер аҙ юғалып ҡалған осраҡтары була. Был йүнәлештәге проблемалар тураһында “Йондоҙло” балалар баҡсаһының уҡытыусы–дефектологы Гөлфиә Фәйезоваға менән һөйләштек.

- Гөлфиә Хәлфитдин ҡыҙы, аутизм – ул ауырыумы, әгәр ҙә ауырыу икән, уны тулыһынса дауалап буламы?

- Аутизмды ауырыу тип әйтергә тел әйләнмәй, ул күберәк – баланың үҙенсәлеге. Уның билдәләре кешенең аралашыуында, үҙ-үҙен тотошонда, эмоциональ хәлендә күренә. Аутистарҙың төрлөһө осрай: ҡайһы берәүҙәре бик оҙаҡ һөйләшмәй, үҙ эсенә бикләнгән, башҡаларҙан ситләшә. Икенселәре, киреһенсә, артыҡ әүҙем, гел йылмая, бер туҡтауһыҙ әйләнә, бер үк күнегеүҙе ҡабатлай. Аутистар араһында айырыуса һәләтле балалар ҙа осрай: берәүҙәр ҡатмарлы миҫалдарҙы үҙаллы сисә, хәтерҙәре яҡшы, дүрт - биш йәштә үк хәрефтәрҙе танып, инглиз телендә һүҙҙәр белергә мөмкин, бәғзеләре йырлай, бейей, бик оҫта итеп һүрәт яһай. Иң ҡурҡынысы – аутизмды тулыһынса дауалап булмай, уны юҡ итә торған тылсымлы дарыу булмаһа да, баланың хәлен еңеләйтергә мөмкин, ваҡытында комплекслы терапия башланған осраҡта уның симптомдарын кәметергә мөмкин.

- Аутизмдың килеп сығыуының сәбәбе ниҙә?

- Табиптар аутизмдың ни өсөн килеп сыҡҡанын әлегәсә тулыһынса асыҡлай алмай. Шулай ҙа был йөклөлөккә әҙерлек барышында әсә организмының торошо, йөклөлөк һәм бала табыу барышына бәйле. Шулай уҡ ҡайһы буласаҡ ниндәйҙер инфекцияларҙың тәьҫир итеүе, уның ауырлы саҡта саҡта ҡабул иткән ҡайһы бер дарыуҙары мөһим роль уйнауы асыҡланған. Генетик ауырыу менән дә бәйле тигән фекер бар, шул уҡ ваҡытта экология тәьҫире лә булырға мөмкин.

- Аутизмды нисек билдәләргә? Ул кескәйҙә ҡасан беленә?

- Баланың үҫеше боҙолоуының тәүге билдәләре ғүмеренең беренсе йылында уҡ күренә. Мәҫәлән, ул һуң ултыра, ата-әсәһе менән аралашыуҙа эмоциялар күрһәтмәй, уйынсыҡтар менән ҡыҙыҡһынмай, үҙ исеменә яуап бирмәй. Ике-биш йәшлек бала көслө тауышты ауыр кисерә, ҡолағын ҡаплай, кеше менән аралашыуҙан ҡаса, гел бер үк хәрәкәтте ҡабатлай; бер генә уйынсыҡ менән уйнай; әйберҙәрҙе бер рәткә теҙеп һала, өндәрҙе, һүҙҙәрҙе ҡабатламай, һөйләшмәй.

- Ата-әсәгә ғәзиз балаһына ҡуйылған ғүмерлек диагнозды ҡабул итеүе еңелдән түгел. Уларға ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

- Әлбиттә, ата–әсә өсөн был хәҡиҡәтте ҡабул итеүе ауыр. Иң беренсе, тынысланырға һәм артабан баланың үҫеше, һаулығы өҫтөндә эшләй башларға кәрәк. Ундай бала бик ныҡ иғтибар һәм тәрбиә талап итә, шуға күрә, ҡағиҙә булараҡ, ата-әсәләрҙең береһенә эштән китергә тура килә, йыш ҡына бындай ҡарарҙы әсәһе ҡабул итә. Ғаиләгеҙ өсөн көн тәртибе төҙөргә һәм уны боҙмай, ҡәтғи рәүештә тотоғоҙ. Көн һайын бала бер үк ваҡытта йоҡонан торорға һәм йоҡларға, иртәнге, төшкө һәм киске аш бер үк ваҡытта булырға тейеш. Кескәйгә өйҙә, урамда, йәмәғәт урындарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен яйлап бирергә кәрәк. Тәртип ҡағиҙәләре балаға теге йәки был шарттарҙа нимә эшләй алыуын һәм уға ҡәтғи рәүештә нимә эшләргә ярамағанын аңларға ярҙам итә. Был ҡағиҙәләр күҙгә күренеп торған урында эленеп торорға тейеш. Баланы ваҡытында табипҡа күрһәтергә һәм дауалау сараларын күрергә кәрәк. Аутист бала өсөн физкультура менән шөғөлләнеү, бассейнда йөҙөү файҙалы. Логопед һәм дефектолог, психолог менән шөғөлләнеү мотлаҡ. Һәр саҡ невролог менән кәңәшләшеп эш итергә. Һанап үтелгән кәңәштәрҙе тотҡанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә була. Аутист балаларға ваҡытында тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү мөмһим. Шул саҡта улар ҙа башҡалар кеүек үк тормош алып барасаҡ: уҡый, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Бары тик үҙ доньяһында ғына йәшәйҙәр.

- Аутизм менән ауырығандарға инвалидлыҡ биреләме?

- Әгәр ҙә бала үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаһа, тәртибен контролдә тота белмәһә һәм өйрәнеү һәләте бөтөнләй йәки өлөшләтә булмағанда инвалидыҡ юллап буласаҡ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

 

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас