Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Декабрь 2023, 14:40

Йәшәртеүсе коллагенды өйҙә әҙерләйбеҙ

Йәшәреү, йәшлекте һаҡлау өсөн коллагендың ниндәйе генә юҡ! Желе кеүеген дә, порошоклыһын да алырға була. Ә мин һеҙгә үҙегеҙ һөйәкле иттән эшләгән коллаген тәҡдим итәр инем! Ни өсөн? Сөнки уны организм 100% үҙләштерә!..

Йәшәртеүсе коллагенды өйҙә әҙерләйбеҙЙәшәртеүсе коллагенды өйҙә әҙерләйбеҙ
Йәшәртеүсе коллагенды өйҙә әҙерләйбеҙ

Коллаген. Хәҙерге ваҡытта коллагендың ниндәй төрө генә юҡ! Желе кеүеген дә, порошоклыһын да алырға була. Ә мин һеҙгә үҙегеҙ һөйәкле иттән эшләгән коллаген тәҡдим итәр инем! Ни өсөн? Сөнки уны организм 100% үҙләштерә! Шулай уҡ унда:

1. Глицин аргинин, пралин, гутамин кеүек аминокислоталарҙан торған аҡһым бар. Был аҡһым коллаген була. Шул коллаген беҙҙең организмға кәрәк! ⠀

2. Кальций, фосфор, магний минералдары һөйәкте нығытырға ярҙам итә.

3. Хондроитин сульфат, глюкозамин һәм МСМ быуындар өсөн файҙалы. (кемдең быуыны һыҙлай, обезательно эшләп эсергә кәрәк) ⠀

4. Коллаген пептидтары һәм желатин, эсәктәрҙең һаулығын, дөрөҫ эшләүен тәьмин итә ⠀

5. Сәстәрҙең,тырнаҡтарҙың һаулығын, матурлығын һаҡлаусы аминокислоталар бар. Үҙең эшләгән натуральный коллаген! Нисек эшләргә?

1. Һөйәкле ит алабыҙ ҙа (тояҡ түгел, ә тубыҡ һөйәге) сайып, бисмиллаһирахмани рахим тип, сөгөнгә(чугунный һауытҡа һалып) һыу һалып, утҡа ҡуябыҙ.

2. Ҡайнап сыҡҡас, күпереген һөҙөп алып, 2 аш ҡалағы алма уксусы (һөйәктең питательный мәтдәләрен сығара), тоҙ, бер кишер, бер һуған (йомро көйөнсә) һалып талғын утта 7-8 сәғәт ҡайнатабыҙ.

3. Шунса ваҡыт үткәс, һөйәктең елек майы, һеңерҙәрен мөнйөйбөҙ. Ә һурпаһын һөҙәбеҙ.

4. Һөйәкле һурпа (костный бульон) холодильникта ике-өс көн генә һаҡлана. Мин шуға силиконовый һауыттарға һалып, морозилкаға ҡуям Нисек ҡулланырға?

Гречка, йә плов бешергәндә ошо һурпаны һалып ебәрергә,  һурпаның үҙен эсергә.

Мин иртән тренировкаға тиклем асығам, 4-5 кубикка эҫе һыу ҡойоп, иретәм дә эсәм. Мөмкин перекус урынына ла ошолай эсеп алырға. Ҡорот һалып ебәрһәң, тағы ла тәмлерәк була.

Гөлфиә Мөхәмәтдинова. 

Автор:
Читайте нас