+24 °С
Ямғыр


Кунжут орлоҡтарын блендерҙа онтағыҙ һәм бал менән бутап (1/1), ас ҡарынға бер сәй ҡалағы ашағыҙ. Сәйгә ҡушып. Ул бик тәмле лә. Был иммунитетты нығытыусы шәп дауа ла.
Быуындарҙы дауалау өсөн 4 аш ҡалағы кунжут, 2 аш ҡалағы желатин, 8 аш ҡалағы етен орлоғо, 200 г бал, 2 аш ҡалағы ҡабаҡ орлоғо, 3 аш ҡалағы йөҙөм кәрәк булыр.
Бөтә орлоҡтарҙы (кунжут, етен, ҡабаҡ) 1-2 сәғәткә һыуға һалығыҙ. Һуңынан уларҙы һыуҙан алып, балды, йөҙөмдө, желатинды ҡушып блендерҙа болғатығыҙ. Быяла һауытҡа һалып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Иртәнге һәм төш аш алдынан (25-35 минут алда) 1 аш ҡалағы ашағыҙ.
Һау-сәләмәт булайыҡ, һыҙланмайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.