Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Декабрь 2023, 12:00

Яман шеште еңгән ирҙең тарихы

"Ошолай дауаланғандан һуң алты айҙан тикшерелеү шуны күрһәтте: 10 сантиметрлыҡ шеш бәләкәй полип хәтлем генә ҡалғайны..." - ти ул. Уҡығыҙ! Бик фәһемле яҙма был...   Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкованың яҙмаларын социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә лә, “Башҡортостан” гәзите биттәрендә да даими биреп барабыҙ. Был яҙмаһы бер ир-егеткә 4-се стадиялағы яман шеште еңергә яҙрҙам итеүе тураһында. Ул күптәр өсөн фәһемле булыр, тип уйлайбыҙ. Мәҡәләлә авторҙың тел, стиль үҙенсәлектәре һаҡланды. Ракты еңеп буламы? Был һорау бөгөнгө көндә шул хәтлем актуаль булып сыҡты, мин уға әле күп тапҡыр әйләнеп ҡайтасаҡмын һәм барыбыҙға ла ошо һорауҙы тағын бирәсәкмен. Беҙ был һорауға уңай яуапты табырға тейешбеҙ. Табырға мотлаҡ тейешбеҙ! Мең төрлө сығанаҡтар аҡтарырға, бөгөнгө көндә онотолоп барған бөйөк Гиппократ, Авиценна хеҙмәттәренән башлап хәҙерге замандың күренекле табиптарының видеосығыштарын тыңларға, китаптарын уҡырға тейешбеҙ. Әлбиттә, был сирҙән сығыу юлдарын тапҡан һәм уны халыҡҡа тәҡдим иткән авторҙарҙың хеҙмәттәрен.//Nekshf3 ,t77t\ cfqnnf6 

Яман шеште еңгән ирҙең тарихы

"Ошолай дауаланғандан һуң алты айҙан тикшерелеү шуны күрһәтте: 10 сантиметрлыҡ шеш бәләкәй полип хәтлем генә ҡалғайны..." - ти ул. Уҡығыҙ! Бик фәһемле яҙма был...

 

Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкованың яҙмаларын социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә лә, “Башҡортостан” гәзите биттәрендә да даими биреп барабыҙ. Был яҙмаһы бер ир-егеткә 4-се стадиялағы яман шеште еңергә яҙрҙам итеүе тураһында. Ул күптәр өсөн фәһемле булыр, тип уйлайбыҙ. Мәҡәләлә авторҙың тел, стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.

Ракты еңеп буламы? Был һорау бөгөнгө көндә шул хәтлем актуаль булып сыҡты, мин уға әле күп тапҡыр әйләнеп ҡайтасаҡмын һәм барыбыҙға ла ошо һорауҙы тағын бирәсәкмен. Беҙ был һорауға уңай яуапты табырға тейешбеҙ. Табырға мотлаҡ тейешбеҙ! Мең төрлө сығанаҡтар аҡтарырға, бөгөнгө көндә онотолоп барған бөйөк Гиппократ, Авиценна хеҙмәттәренән башлап хәҙерге замандың күренекле табиптарының видеосығыштарын тыңларға, китаптарын уҡырға тейешбеҙ. Әлбиттә, был сирҙән сығыу юлдарын тапҡан һәм уны халыҡҡа тәҡдим иткән авторҙарҙың хеҙмәттәрен.

Был сирҙән дауаланып буламы? Рактан дауа бармы? Күптәрҙең башында шунда уҡ “юҡ” тигән яуап барлыҡҡа килгәненә шигем юҡ. Сөнки йәмғиәттә был фекер ныҡлы урын алған. Мин ошо урында лозунг һымаҡ яҙып: “Рак кешене үлтермәй, беҙҙең белемһеҙлек һәм битарафлыҡ беҙҙе үлтерә”, - тип ҡаршы төшөр инем. Был һорауға яуап бирер өсөн, диагноз ҡуйылған осраҡта, шикле сигнал булғанда, тиҙ генә башта “ул тәнемдә ҡайҙан килеп сыҡты” тигән һорауға тынысланып ултырып, ығы-зығыны, паниканы туҡтатып уйланырға кәрәк, сөнки килеп сыҡҡан һәр бер ситуацияның сәбәбе була.

Минем түбәндә яҙып кителәсәк тарихтың геройы ла был сир килгәс, ғүмер сәғәте оҙаҡ һуҡмаҫ, тип уйлай ине. “Берҙән-бер улымды өйләндереп тә өлгөрмәнем, шуныһы йәл, ейәндәремде күрә алмайым. Был сирҙән дауа юҡ инде”, - тип ныҡ төшөнкөлөккә бирелгән хәлдә осраштыҡ беҙ Т. менән.

Аптырап, хәсрәттән ҡара янып, ҡатыны менән килделәр. “Тура эсәктә 10 сантиметр оҙонлоғонда 4-се стадия рак диагнозы ҡуйҙылар. Метастаздар эсәктәргә киткән. Химия ла, нурланыш та тәғәйенләнеләр. Операцияға әҙерләйҙәр. Ныҡ шикләнәм, был хәлдән йырып сығып булыр микән? Ҡайҙан килеп сыҡты? Пенсияны алып, рәхәтләнеп йәшәп тә булманы. Улымды ла өйләндереп өлгөрмәнем. Ейәндәрҙе лә күрмәйенсә китәм”.

Артабанғы һөйләшеүҙе диалог формаһында яҙам.

- Артабан йәшәгегеҙ киләме?

- Килә. Тик был сир менән тере ҡалыу шик тыуҙыра.

- Көрәшә башламаҫ элек еңелдегеҙ ҙәме?

- Таныштар араһында китеүселәр бар. Еңеп сыға алманылар. Мин дә сереп бөтөп барам икән.

- Ә һин бүтән юлдан барып ҡара. Сереүҙе туҡтатырға кәрәк. Еңеү алып килмәгән юлдан сыҡ.

- Ниндәй юлдан барырға һуң?

- Тәнеңә ингән сирҙән ҡотолоп була торған юлдан.

- Ә ундай юл бармы икән һуң? Мин бит инде списанный кеше кеүекмен.

- Әйҙәгеҙ, башта сир ҡалтыранып төшөрлөк маҡсат ҡуяйыҡ. Әле генә ейәндәрҙе лә күрә алмайынса китеп барам тинең. Хәҙер шуны уңай маҡсатҡа әйләндерәйек. Бөтөн күңелеңде айҡап сығырлыҡ итеп, ете ҡат күктәрҙе уҙып Аллаһ Тәғәләгә етерлек итеп уйла. Мин ейәндәремде күргем килә, Аллаһ Тәғәләм, насип ит шул көндәрҙе күрергә, тип күҙҙәреңдән йәштәрең сыҡҡансы ялынып һора. Изге маҡсат бөтөн ҡаршылыҡтарҙы еңеп уҙа. (Ошо мәлдә икебеҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Ниндәйҙер бер эске көрәш башланды Т. күңелендә. Хатта тоноп ҡалған күҙҙәрендә ут сатҡылары сағылды, күҙ йәштәре ялтыраны. Бөкөрәйгән арҡа төҙәйеп китте. Яурынбаштарын киреп, ултырған урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы. Үҙеңдең дауамыңды күрергә, уны ҡулдарынан тотоп тормош буйлап атларға тигән теләк әйтеп бөтөргөһөҙ көс бирҙе. Йөҙөндәге сырыштары яҙылып, хәсрәттән ҡарайып киткән йөҙө яҡтырып китте. Илен, ерен, ғаиләһен һаҡларға кирелеп баҫҡан һалдат кеүек күренде ул миңә ошо мәлдә. Иң мөһим беренсе аҙым яһалды).

- Һораным. Йөрәгем дөп-дөп типте. Эсем ҡыҙып китте. Нишләп мин шулай ныҡ паникаға бирелдем? Һеҙ әйтәһегеҙ бит был сирҙе еңеп сығыусылар бар тип. Кешеләр булдырғанды мин дә булдырырмын. Мин дә кеше бит.

Ошо мәлдән сир менән аяуһыҙ көрәш башланды.

Нимәләр эшләнек һуң?

1. Иң беренсе баштағы насар уйҙарҙы алып ташлайбыҙ, көн һайын изге теләк менән көн башлайбыҙ, тыныс күңел менән көндәлек эшләй алырлыҡ эштәрҙе лә башҡарып донъя көтәбеҙ. Аллаһ Тәғәләнән ғүмерҙе ҡыйырға торған сирҙән сәләмәтләнеү әмәлдәрен ғөзөрләнеп һорайбыҙ. Кем нимә һорай – шуны бирә Аллаһ Тәғәлә.


2. Ошо мәлдән башлап рак күҙәнәктәрен баҫтыра, уларға үрсергә бирмәй торған, организмдың көрәш потенциалын арттыра торған, иммунитетты күтәрә торған ашау-эсеүгә күстек. Ваҡытты кәрәкмәгән мәшәҡәттәргә сарыф итмәйбеҙ, йыбанмайбыҙ, бер кемгә лә һалышмайбыҙ. Иң беренсе кешенең үҙенең теләге булырға тейеш. Ҡалғандар ярҙамсы ғына. Тулыһынса тип әйтерлек бешмәгән ризыҡ ашауға күсте. Йәй башланған ғына саҡ ине. Көн үҙәгендә үҙҙәре һыҡҡан сөгөлдөр, кишер һуттары, бер эскәндә 5-6 лимон, әфлисун, гранат, балан һуттары эсте. Иртәгәһенә үк дегәнәк япрағы йыйып алып ҡайтып һутын яһанылар, уны ике ай буйына тип әйтерлек яңынан-яңыны яһап эсте. Дегәнәк япрағы һуты метастаздарҙы һөрөп сығара. Көн үҙәгендә укроп, йәшел һуған, петрушка, сельдерей һәм башҡа үҙебеҙҙә үҫкән йәшеллектәрҙән салат яһап ашаны. Уларға күп итеп һарымһаҡ, әсе ҡыҙыл борос ҡуштылар, етен майын, зәйтүн майын ҡалаҡлап та эсте. Ҡыяр, помидор өлгөрә башлағас, уларҙы ҡуштылар. Кәзә һөтөнән ҡымыҙ яһаусы таптылар, уны һатып алып эстеләр. Йәй көнө үҙебеҙҙең яҡта ниндәй еләк-емеш өлгөрә барҙы, барыһын да ашарға тырышты. Бешкән ризыҡтан ҡарабойҙай бутҡаһын, сөгөлдөр һәм кәбеҫтә ашын ашаны, бик ныҡ ашағыһы килгәндә йылҡы итенән кәтлит бешерҙеләр. Ҡомалаҡ табып, ҡатыны үҙе икмәк бешерҙе. Ҡатыны бар яҡлап ныҡлы ярҙам күрһәтте.

3. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Әҙәм балаһы ер йөҙөнөң ҡайһы ғына өлөшөндә йәшәмәһен, уға сихәт бирә торған үҫемлекте шунда үҫтерә. Үҫемлектәр аша ғаләм, ер көсөн бирә ул беҙгә. Ә ул иң ҙур көс ер йөҙөндә! Ниндәй ракка ҡаршы үләндәр бар, шуларҙы йыйып “Антираковый сбор” яһанылар. Уны “Сборы от рака отца Георгия” тип интернеттан уҡыныҡ. 16 үлән инә. Шуның барыһын да табып яһанылар, сирҙән ҡотолғансы эсте.

4. Рак сиренең килеп сығыуына күп осраҡта эсәктәрҙә үрсеп ятҡан паразиттар, бәшмәктәр сәбәпле икәнен ғалимдар күптән иҫбат иткән. Улар эсәктәргә йәбешеп, шунда оя ҡороп, йәки плесень килтереп сығарып, шул урын серей, шеш үҫә башлай... Һәм башҡа хайран ғәләмәттәр. Тимәк, уларҙы ҡыйратыу артабан шеште үҫтереүҙән туҡтата, шулай уҡ рак күҙәнәктәрен ҡыйрата торған эсемлектәр һәм ризыҡтар уларҙы киптерә һәм үлтерә. Беҙ был осраҡта ла онотманыҡ төп сәбәпте. Шуға беренсе көндә үк “Антипаразитарная программа” индерелде. Иртәнсәктән бер стакан йылы һыу эскәндән һуң мотлаҡ ас ҡарынға йә кипкән әремде бер сәй ҡалағы, йә онталған һарымһаҡ бер эскәндә 10 төшкә хәтле, йә онталған ҡәнәфер бер сәй ҡалағы эсте. Кис йоҡлар алдынан ярты сәғәт ҡала әрем төнәтмәһе эсте. Көн үҙәгендә лә 5-6 сәғәт ара менән эселде. Үҙҙәре уҡып, сәй содаһын таңға табан тороп эсеүҙе индерҙеләр. Бер ай сәй содаһы эсһә, икенсе айында Тодикамп (нимә ул Тодикамп – интернетта мәғлүмәт бар) яҙҙырып алдылар, шуны эсте. “Шеш янып тора башланы”, - тине Т. Нисек янмаһын, яна инде, уға ҡаршы һөжүм башланды бит. Тән үҙе уны кире ҡаға башланы, ашау дөрөҫләнгәс, тәндең ғәйрәте артты, иммунитет ныҡ көсәйҙе. Организмды ҡыйратып, уның хәлен алып тороусы паразиттар, зыянлы бактериялар үрсей алмағас, ҡыйралдылар, тәндең хәлен ала алмай башланылар. Шештең эсендәге рак күҙәнәктәренә лә көн бөттө, улар яратҡан ризыҡ ашау юҡ. Т.-ның да тәм-томдо күп ашауы, магазин сүпрәһендә бешкән ҡамырҙан бәлештәр һәм пирожкиҙарҙы, колбаса менән бутербродты көн дә тиерлек эшкә алып барыуы, салатты ризыҡҡа ла һанамауы билдәле булды. “В сухомятку” ашауҙың зыяны ошо инде. Икешәр-өсәр көн эс ҡатып йөрөүҙәр йыш булған. Ә эс ҡатыу беренсе сәбәп булып тора. “Паразиттар как на дрожжах росли” тип әйтергә була. Үҙебеҙ үҫтерәбеҙ ул сирҙе интегеп эшләп тапҡан аҡсабыҙға! “Салаттар буйынса ашалмаған, һуттар һәм үләндәр буйынса эсмәгән планымды тултырҙым”, - тине ул һуңынан шаяртып.

5. Ике аҙна эсендә уның хәле һәйбәтләнеп, тәненә көс инеп, йәшәү дәрте барлыҡҡа килде. Бына шунан инде беҙ ашамай-эсмәй ас тороу көндәрен индерә башланыҡ. “Сухое голодание” тип атала. Өс көндән башлаған инек, ул, мин биш көн дә тора алам, тип биш көн торҙо. (Башта “Сухое голодание” тигән мәғлүмәтте интернеттан табып тулыһынса уҡыны, тәртибен өйрәнде, аңланы. Шунан тота башланы. Ишеттем дә башланым түгел). Ни өсөн бындай ас тороуҙы һайланыҡ? Сөнки организм ас торғанда эстәге бөтә патологиянан ҡотолорға тырыша, шештәр кибә, рак күҙәнәктәре үлә. Үлһендәр, улар кәрәк түгел. Беҙҙең организм – ер йөҙөндә иң камил итеп яһалған аппарат. Аппарат менән сағыштырған өсөн ғәфү үтенәм. Һәм ул бүтән йәнһеҙ аппараттар менән сағыштырғанда һәм уларға ҡарағанда, һәр ваҡыт үҙ-үҙен тергеҙеүгә ынтыла. Хәҙерге көндә аҡыл менән тән араһында бәйләнеш бөтөп бара, ти ғалимдар. Йәғни беҙ Аллаһ Тәғәләнең беҙгә бүләк иткән шундай аҡыллы аппаратын дөрөҫ инструкция менән ҡулланмайбыҙ. Уны ватабыҙ, емерәбеҙ, бысратабыҙ. Дөрөҫ туҡландырмайбыҙ. Һөҙөмтәлә...

6. Т.-ға әйләнеп ҡайтһаҡ, ул биш тапҡыр бишәр көндән ас тороуҙы үтте. Биш көн ас торғас, тулыһынса тәнде тергеҙеп кенә икенсеһенә инәбеҙ. Арлы-бирле, хәлһеҙ көйөнә, ашығып эшләү дөрөҫ түгел. Ас торғандан һуң шул уҡ ракка ҡаршы программаны үтәйбеҙ. Тулыһынса хәл ингәс, тағы киләһе биш көнгә инәбеҙ. Кемдер өсәр тәүлек һайлай, кемдер икешәр. Һәр кем үҙенең хәленән сығып ҡарар итә.

7. Тейешле көнөндә табиптарға күренеп торҙо. Анализдар биреп, УЗИ, КТ-лар үтте. Өс айҙан уның тәнендә бер метастаз да ҡалмағаны билдәле булды. Анализдары ныҡ һәйбәтләнде. Алты айҙан һуң тикшеренеү 10 сантиметр ҙурлығындағы шештең бәләкәй полип хәтлем ҡалыуын күрһәтте. Уныһы ла ҡамасаулап тормаһын тип, Т. ябай операция менән алдыртты. Әлбиттә, был нәтижәгә өлгәшеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, оло теләк, ең һыҙғанып тырышыу кәрәк булды. Т.-ның алдына ҡуйған маҡсаты барыһын да еңеп сығырға ярҙам итте.
Был хәлгә биш йыл үтте. Был ваҡыт һынауын үткән тарих. Яҙһам да була. Т. ҡатыны менән гөрләтеп тормош көтөп йәшәй. Ваҡыт-ваҡыт хәбәрләшеп торабыҙ. “Зәүхиә, сир менән бергә Аллаһ Тәғәлә аҡылға ултыртып, аҡылды ла мулдан бирҙе. Ашау сирҙең дә, сәләмәтлектең дә башы икәнен аңлатты”, - ти Т. Улдарын өйләндерҙеләр. Аллаһ бойорһа, ейәндәрен дә күрерҙәр.

И.А. Крыловтың “Аҡҡош, суртан һәм ҡыҫала” тигән мәҫәлендәге кеүек, рак сирен килтереп сығарған сәбәптәрҙе бөтөрмәйенсә йәки аңламайынса төрлө яҡҡа тартылырбыҙ, әммә “а воз и ныне там” булып, сир һәм уны килтереп сығарған сәбәп ҡалыр. Ул сәбәптәр ап-аҡ йәймәләрҙә ятҡанда ла, паникаға бирелеп, үҙебеҙҙе йәлләп карауатта сирҙе ҡосаҡлап ятҡанда ла беҙҙе бары тик ғазаптарға һалып, көсөбөҙҙө алып, яҡты донъяларҙан китеү көндәрен яҡынайтыр. Ә бына әҙ генә башты эшләтеп, уйҙы бороп ебәрһәк, бик күп сәләмәтләнеү юлдары асылыр.

Иң изге теләктәр менән – Зәүхиә Низамиева (Ҡәҙербәкова).

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: