Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Декабрь 2023, 04:25

Үлемгә килтергән ҡурҡыныс "мода"

Реклама кампаниялары вейптарҙы һатыу өсөн уларҙы нимә тип кенә маҡтамай. Хатта “никотинһыҙ” вейп һатыуы менән дә! Никотинһыҙ вейптарға ла тартыу ҡушылмаһы ҡойола. Уның составын ҡарап үтәйек. Ментол. Ул организмға эләгеү менән ҡан тамырҙарын киңәйтә. Был ҡан баҫымын күтәрә, ишемия, стенокардия барлыҡҡа килә һәм үҫмер осоронда уҡ инфаркт кисереү ҡурҡынысын арттыра. Бынан тыш ментол нервы системаһына тәьҫир итеү һөҙөмтәһендә киләсәктә түлһеҙлек, енси көсһөҙлөк барлыҡҡа килә. Тағы бер ҡушылма - капсаицин. Ул ауыҙ эсен боҙа, артабан ашҡаҙанда онкология сирҙәрен уята. Зыянһыҙ булып һаналған - диацетил, пар менән йылыныу мәлендә тын алыу юлдарын тулыһынса ҡаплап, үпкәләрҙең эшмәкәрлеген насарайта, тын алыу ауырлаша...

Үлемгә килтергән ҡурҡыныс "мода"Үлемгә килтергән ҡурҡыныс "мода"
Үлемгә килтергән ҡурҡыныс "мода"

Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ҡалала ла үҫмерҙәр араһында электрон тәмәке ҡулланыусылар арта башланы. Ҡайһы бер өлкәндәрҙең был нимә икәнен белмәүе, “бала шаярыуы” тип ҡабул итеүе лә хәүефле. Бәғзе ата-әсәләрҙең: “Ярай, ысын тәмәке түгел бит. Ҡурҡынысы юҡтыр”,-тигән фекерҙә булыуы ла борсоуға һала. Сөнки ысынында вейп барыһы өсөн дә, ә үҫешеп етмәгән организм өсөн бигерәк тә хәүефле. Үҫмерлек осорона башҡаларҙан әллә ҡайҙан айырылып тороу теләге (шунан килә лә инде өлкәндәр ҡабул итә алмаған кейем, макияж, пирсинг, биҙәүестәр, прическалар һ.б.) хас. Уларҙың вейп ҡулланыуы “бына ул мин – ҡарағыҙ, мин башҡа бер кемгә лә оҡшамағанмын” тип ҡысҡырыуы ул.

Тәүҙә вейптың нимәнән тороуын ҡарап үтәйек. Ул аккумуляторлы һәм йылытыу элементы булған парлы генератор. Ошо ҡоролма сығарған парҙы йоталар ҙа инде. Һәм был пар сыҡһын өсөн махсус шыйыҡса һатып алалар. Уның составында һыу, глицерин, никотин, төрлө еҫле ҡушылмалар (мәҫәлән, сейә, ваниль, шоколад һ.б.) бар. Вейптың тәүге ҡурҡынысы – уның состиавында никотин булыуы. Шуға күрә бәғзе берәүҙәр күпме генә уның зыянһыҙлығын иҫбатлап маташмаһын – был улай түгел. Унан ошо вейпҡа ҡойолған шыйыҡсыларҙың сертификаты юҡ. Тимәк, уның составында нимә икәнен бер кем әйтә алмай.

Әлбиттә! Тимәк, вейп тартҡан кеше, ғәҙәти тәмәкегә ҡарағанда күберәк никотин йотоуы бар. Ә төрлө еҫле ҡушылмалар быны һиҙергә бирмәй. Вейптың төп ҡурҡынысы шунда ла. Организм бер туҡтауһыҙ никотин менән ағыулана. Сөнки вейперҙар компьютер артында ла, урамда ла, бүлмәһендә лә ошо ағыулы парҙарҙы һурыуын дауам итә. Унан үҫмерҙәр вейпҡа ҡойорға иң арзан шыйыҡсаларҙы һатып ала. Уның составында организм өсөн хәүефле матдәләр була. Беҙҙең илдә шундай электрон тәмәкене ҡулланып, үтә ауыр хәлдә дауаханаға килтерелгән үҫмерҙәр ҙә булды бит. Шулай вейптың үҙенән-үҙе шарталу осраҡтары ла бар.

Реклама кампаниялары вейптарҙы һатыу өсөн уларҙы нимә тип кенә маҡтамай. Хатта “никотинһыҙ” вейп һатыуы менән дә! Никотинһыҙ вейптарға ла тартыу ҡушылмаһы ҡойола. Уның составын ҡарап үтәйек. Ментол. Ул организмға эләгеү менән ҡан тамырҙарын киңәйтә. Был ҡан баҫымын күтәрә, ишемия, стенокардия барлыҡҡа килә һәм үҫмер осоронда уҡ инфаркт кисереү ҡурҡынысын арттыра. Бынан тыш ментол нервы системаһына тәьҫир итеү һөҙөмтәһендә киләсәктә түлһеҙлек, енси көсһөҙлөк барлыҡҡа килә. Тағы бер ҡушылма - капсаицин. Ул ауыҙ эсен боҙа, артабан ашҡаҙанда онкология сирҙәрен уята. Зыянһыҙ булып һаналған - диацетил, пар менән йылыныу мәлендә тын алыу юлдарын тулыһынса ҡаплап, үпкәләрҙең эшмәкәрлеген насарайта, тын алыу ауырлаша.

Электрон тәмәке тартҡан малайҙар һәм ҡыҙҙар йүтәл менән ыҙалай башлай һәм үпкәлә онкология сире барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы арта. Уларҙың насар ишетеүе һәм насар күреүе күҙәтелә. Вейп мейеләге ҡан баҫысмын күтәрә. Шуға күрә электрон тәмәке тартыусылар глаукома менән ауырый. Вейп ҡулланған ваҡытта йөрәк тә, уның тамырҙары ла ҙур зыян күрә. Шуға күрә вейперҙарҙы йөрәк сирҙәре лә көтә. Ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлеге насарая. Унан вейп тартҡан үҫмерҙәр киләсәктә атай-әсәй булыуҙарын хәүеф аҫтына ҡуя. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡурҡҡан һытҡылар, баш ҡауаҡланыуы, төрлө аллергия сыбартмалары ла ошо алама ғәҙәттән барлыҡҡа килә.

Вейп тәү сиратта мейегә тәьҫир итә. Уның һөҙөмтәһе – үҫмерҙең хәтере насарая, ул насар йоҡлай, иғтибарһыҙға әүерелә. Бынан тыш уның холҡо үҙгәрә: берсә көлә, берсә депрессияға бирелә. Үҫмер вейпҡа тиҙ өйрәнә. Унан башҡа ял итеүҙе, компьютер артында ултырыуҙы, аралашыуҙы күҙ алдына килтерә алмай башлай.

Үҫмерҙе әрләү, ниндәйҙер яза уйлап табыу ыңғай һөҙөмтә бирмәйәсәк. Уның бар донъяға ҡаршы торған, баш күтәргән мәле. Үҫмер үҙе ышанған, уға хис-тойғоларын аса алған кеше генә ярҙам итә ала. Баланы әрләп түгел, ә тере миҫалдар, медицина һөҙөмтәләре менән таныштырып, һөйләшергә кәрәк. Әлбиттә, беренсе һөйләшеүҙән үк уңышҡа өмөт итмәгеҙ. Әммә баланы ситкә этмәү, уға ярҙам итергә ынтылыу эҙемтәһеҙ ҡалмаҫ. Хәҙерге үҫмерҙәр араһында волейбол, баскетбол кеүек уйындар ҙа модала. Балағыҙҙы шундай секцияларға бирегеҙ. Үҫмер спортзалда йүгереп, уйындар менән шөғөлләнә башлау менән вейптың тормошонда артыҡ булыуын тоясаҡ. Һәм, әлбиттә, ата-әсәләр үҙ миҫалы менән дә тәрбиәләргә тейеш. Әгәр улар үҙҙәре тәмәке тартып, балаһына уның зыяны тураһында әйтә икән, бала был һүҙҙәрҙе етди ҡабул итмәйәсәк.

 

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Халыҡтың һаулығын һаҡлау, сәләмәт киләсәкте булдырыу “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектына индерелгән.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас