Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Декабрь 2023, 06:50

Быуындар һыҙлауынан

Быуындар һыҙлауы, остеохондроз, тубыҡ-терһәктең әрнеүе. Күптәргә таныш был. Аптекала төрлө мазь күп. Әммә хаҡы тешләшһә лә, һәр саҡ ярҙам итмәй. Ә бына лавр япраҡтарынан әҙерләнгән май яҡшы ярҙам итә. Уны әҙерләүе лә еңел...

Быуындар һыҙлауынанБыуындар һыҙлауынан
Быуындар һыҙлауынан

0,5 л банкаға 5 ҡап лавр япрағын тултырығыҙ. Һындырғыслап һалһағыҙ, еңелерәк булыр. Өҫтөнә сыҡҡансы таҙартылмаған йәғни нерафинированный көнбағыш майы ҡойоғоҙ. Унан 10 көн ҡараңғы урында тотабыҙ. Һөҙөп алабыҙ һәм ҡулланабыҙ. Бик шәп ярҙам итә

. Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас