Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Декабрь 2023, 07:25

Ғүмерҙе оҙайтыусы дегәнәк

Ҡанды таҙарта, диабеттан ҡотҡара, холестеринды кәметә, рак күҙәнәктәрен еңә, бауырҙы яңырта. Киҙеү ауырыуҙары таралған саҡта ла дегәнәк ярҙамға килер...

Дегәнәк хатта яман шештән дә дауалай, тиҙәр. 

Шулай уҡ дегәнәк шәкәр диабетын, бронхитты, гайморитты, ревматизмды, подаграны, артритты, остеохондрозды, һынған һөйәкте, умыртҡа һөйәге араһындағы бүҫерҙе,  атеросклерозды, ҡолаҡ һыҙлауынан, хроник коронар етешмәүсәнлекте лә дауалай. Дегәнәк хатта гепатитты дауалай! Дегәнәк тамыры бауырҙы һәм бауырҙағы циррозды дауалай.  Холециститтан, бөйөр ауырыуҙарынан, бөйөрҙәге һәм һейҙек ҡыуығындағы ташты онтай.

Дегәнәк тире ауырыуҙарынан  (янған, оҙаҡ ятҡан, экземанан, трофик сей яранан, сәс ҡойолоуҙан, эренле яранан, псориаздан, ҡыҙылсанан һ.б.) 

Грипп ауырыуҙары таралған саҡта ла дегәнәкте хәтергә алығыҙ. 

Бер аш ҡалағы кипкән дегәнәк тамырын 2 стакан ҡайнар һыуға һалып,  10 минут ҡайнатығыҙ. Унан 2 сәғәт төнәтәбеҙ. 

Әҙер төнәтмәне һөҙөп, ашарҙан 10-15 минут алда көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. 

Ашарҙан алда эсеүҙең үҙ сәбәбе бар:

ул саҡта ул ҡанға һеңә һәм бар организмға тарала. 

Шулай уҡ дегәнәк тамыры, әрем һәм дегәнәк ҡатнашмаһы (1:1:1 кимәлдә алына) йә һәр ҡайһыһын аҙналап айырым-айырым эсергә кәңәш ителә. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас