Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Ноябрь 2023, 13:15

Ауырыу беленеү менән дауалана башла!

Һауа торошо әллә нимә эшләп торғас, вирустар ҙа шашты. Ҡорот, ҡаҙ майы, гәрсис онтағы, аш содаһы менән ике-өс көндә температура, йүтәл һәм тымауҙы бөтөрөп була. Тик үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ һәм дауаланыуға ныҡлап ихласлап тотоноғоҙ. Кемгә нисектер, миңә был ябай ысулдар тиҙ ярҙам итә... 

Ауырыу беленеү менән дауалана башла!Ауырыу беленеү менән дауалана башла!
Ауырыу беленеү менән дауалана башла!

Иң тәүҙә көсләп ҡорот иҙеп эсәбеҙ. Унан ярты кәстрүл һыу ҡайнатабыҙ, уға бер аш ҡалағы аш содаһы һәм 5-6 тамсы йод тамыҙабыҙ (йодһаҙ ҙа була). Утты яйлатабыҙ һәм 10 минут шуның менән тын алабыҙ. Быны ике сәғәт һайын эшләйбеҙ. Ике мәртәбә эшләгәндән һуң танау асыла башлай. Төнгөлөккә бер стакан һөт ҡайнатып, уға ҡырғыстан үткәреп ике һарымһаҡ һалып болғатабыҙ. Шуны эсеп, күкрәк, табандарҙы ҡаҙ майы менән ыуып, йылы нәскей кейеп, йылы күлдәк кейеп ятып йоҡлайбыҙ. Шыбыр тир булып уянаһың иртәнсәк Температура төшә йәки ныҡ юғары булмай. Тағы ҡорот эсеү, сода, йод менән ингаляция эшләйбеҙ. Тымау бөтә, йүткереү йомшара.Төнгөлөккә ҡаҙ майы менән тағы ыуынабыҙ. Бөтә эшләгән дауаланыуға гәрсис порошогын нәскей эсенә тултырып кейеп йөрөүҙе өҫтәйбеҙ.  Ике-өс көндән температура, тымау ҙа, йүткереү ҙә һыпырып алғандай юҡ була. Тағы ла күп итеп бал менән сәй эсергә онотмағыҙ. Бәлки, минең дауаланыуым кемгәлер ярҙам итер. Һау-сәләмәт булайыҡ!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас