Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Ноябрь 2023, 17:25

Юғары ҡан баҫымынан ярҙам итә

Юғары ҡан баҫымынан халыҡ медицинаһы ла яҡшы ярҙам итә. Шундай бер нисә ысул. 1 аш ҡалағы балға 1 стакан газһыҙ минераль һыу ҡойоп болғатығыҙ, унан ярты лимондың һутын өҫтәгеҙ. Иртәнсәк ас ҡарынға бер мәртәбә эсәбеҙ. Бер аҙна эсергә кәрәк...

Ҡан баҫымын дарыуҙарһыҙ ҙа төшөрөп була.

1 аш ҡалағы балға 1 стакан газһыҙ минераль һыу ҡойоп болғатығыҙ, унан ярты лимондың һутын өҫтәгеҙ. Иртәнсәк ас ҡарынға бер мәртәбә эсәбеҙ. Бер аҙна эсергә кәрәк.

3-4 аш ҡалағы үҫемлек майын йылытып, уға бер нисә тамсы бөтнөктөң спиртлы настойкаһын, грейпфрут майын (икеһе лә косметика магазиндары, дарыуханаларҙа бар) өҫтәгеҙ. Артабан ошо шыйыҡсаны муйынығыҙға, елкәгеҙгә массаж эшләп һөртөгөҙ. Массаждан һуң ярты сәғәт ятырға кәрәк.

1 аш ҡалағы ҡара ҡарағатҡа (туңдырылған булһа ла ярай) 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, һүрән утта 10 минут ҡайнатығыҙ. Артабан уны һыуынмаҫ элек һөҙөп алығыҙ. Аш алдынан 100 мл эсергә кәрәк.

Юғары ҡан баҫымы – етди ауырыу. Халыҡ медицинаһын ҡулланырға уйлауығыҙ тураһында мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: