Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Ноябрь 2023, 14:29

Фельдшер – киң профилле белгес

“Дауаханала мин нимә ҡарайым? Хәҙер бар дауа интернетта яҙылған. Үҙемә-үҙем рецепт яҙам да, аптеканан дарыуҙар һәм уколдар һатып алам...” Таныш һүҙҙәрме? Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, күптәр тап шулай итә лә. Ауырыуҙың һыҙаттарын һүрәтләй, унан диагноз ҡуя. Диагнозға ҡарап дарыуҙар һатып ала. Анализ биреү тураһында уйлап та бирмәй. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының ойоштороу-методик бүлеге фельдшеры Нурзилә Уразбаева менән әңгәмә ошо һәм шулай уҡ ауыл фельдшерҙарының иңенә ҡуйылған бурыстар, уларҙың проблемалары һәм заманса технологияларҙың был өлкәләге сағылышы тураһында булыр.

Фельдшер – киң профилле белгес
Фельдшер – киң профилле белгес

“Дауаханала мин нимә ҡарайым? Хәҙер бар дауа интернетта яҙылған. Үҙемә-үҙем рецепт яҙам да, аптеканан дарыуҙар һәм уколдар һатып алам...”

Таныш һүҙҙәрме? Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, күптәр тап шулай итә лә. Ауырыуҙың һыҙаттарын һүрәтләй, унан диагноз ҡуя. Диагнозға ҡарап дарыуҙар һатып ала. Анализ биреү тураһында уйлап та бирмәй.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының ойоштороу-методик бүлеге фельдшеры Нурзилә Уразбаева менән әңгәмә ошо һәм шулай уҡ ауыл фельдшерҙарының иңенә ҡуйылған бурыстар, уларҙың проблемалары һәм заманса технологияларҙың был өлкәләге сағылышы тураһында булыр.

– Нурзилә Әхәт ҡыҙы, ауылдарҙағы халыҡ фельдшерҙарға ышаныс белдерәме әллә күберәк интернет ярҙамында дауаланамы?

– Төрлө осраҡтар була. Йыш ҡына ауылдарға барып, осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Халыҡтың үҙ һаулығына битараф булыуы эсте бошора. Эйе, интернетта күп нәмә бар. Дауаланыу рецепттары ла яҙылған. Тик интернет укол һалмай, тыңлап ҡарамай, анализдар алмай. Интернет ҡуйған диагноздың ни тиклем “дөрөҫ” булыуын үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ!

– ФАП-тарҙа эшләгән фельдшерҙың функциональ бурыстары нимәнән ғибәрәт?

– Улар, тәү сиратта, профилактик эштәр алып барырға бурыслы. Шулай уҡ фельдшер пациентты табип менән бәйләүсе звено булып та тора.

ФАП фельдшеры – киң профилле белгес, ул төрлө ауырыуҙарҙың хәүеф факторҙарын, сәбәптәрен, симптоматикаһын, диагностикалауҙың, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын белергә тейеш. Уға түбәндәге дисциплиналар буйынса киң белемгә эйә булырға кәрәк: ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам.  Шулай уҡ ФАП-та эште дөрөҫ итеп алып барыу өсөн фельдшер беренсел медик-санитар ярҙамды күрһәтә, норматив документтар менән эшләй белергә лә тейеш.

– Ябай тел менән әйткәндә...

– Пациенттың ниндәй генә хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, тәүге медицина ярҙамын күрһәтергә, дөрөҫ диагноз ҡуйырға, үҙ ваҡытында табипҡа йүнәлтергә тейеш.

– Районда нисә фельдшер-акушерлыҡ пункты бар?

– 61 ФАП бар. 55 урта махсус белемле медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Шуларҙың 40-ының квалификация категорияһы бар. Сер түгел, кадрҙарға ҡытлыҡ проблемаһы беҙҙе лә урап үтмәне. Беҙҙең кадрҙар олоғайып бара. Йәштәр һирәк килә. Шуға ла алмаш әҙерләй башлау бурысы ҡуйылған. Шулай уҡ ике ауылға йөрөп эшләгән фельдшерҙар бар.

Республика Хөкүмәте тарафынан һуңғы йылдарҙа медицина хеҙмәтенең беренсел звеноһына иғтибар артты. "Һаулыҡ" милли проекты сиктәрендә 2019-2022 йылдарҙа районда 8 ФАП асылды. Түбәнге Иҙрис һәм Яратта айырым ФАП төҙөлдө, ә Семеновск, Ишбирҙе, Йәрмөхәмәт, Күгиҙел, Басай, Ҡолсора ауылдарында заманса йыһазландырылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктары асылды һәм уңышлы эшләп килә.

Хәҙер ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына интернетҡа тоташҡан, махсус программа менән эшләгән компьютерҙар ҙа ҡуйҙылар. Улар ниндәй йүнәлтмәләр яҙып бирә ала?

– Алдан әйтеп үтеүемсә, ауылдағы фельдшер халыҡҡа беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтә. Унан норматив документтарҙы дөрөҫ итеп компьютерға индерә. Аҙаҡ кемде ҡайҙа ебәрергә икәнен хәл итә. Ҡайһы берәүҙәргә анализға электрон йүнәлтмә, бәғзе берәүҙәрен табипҡа сиратҡа яҙа. Шулай уҡ терапевт һәм педиатр урынына дарыуҙарға льготалы рецепттар ҙа яҙып бирә ала. Алдан фельдшерға мөрәжәғәт иткәндәрҙең береһе лә Баймаҡҡа килеп, табипҡа эләгә алмай аҙапланып йөрөмәй.

– Төрлө хәлдәр була. Фельдшер сирләп йәки отпускыға китеүе ихтимал. Был осраҡта ни эшләргә?

– Табипҡа яҙылыуҙың башҡа төрлө ысулдары ла бар. Беренсенән, пациент поликлиниканың регистратураһына шәхсән килеп яҙыла ала.

Шулай уҡ поликлиникаға 8 (34751)3-22-52 телефон һаны буйынса тура шылтыратып та яҙылыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Контакт үҙәге эшләй. Бында мобиль телефон аша 09-383 дөйөм телефон буйынса шылтыратып, унан Баймаҡтың коды – “710” һандарын йыйырға кәрәк. Контакт үҙәк аша терапевҡа, педиатрға, стоматологҡа, гинекологҡа яҙылыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, мобиль телефон аша шылтыратыуҙар бушлай. Табипҡа шулай уҡ поликлиникала урынлашҡан инфомат аша ла яҙылырға мөмкин. Интернетта күп ултырғандарға rb.k-vrachu.ru һылтанмаһы буйынса инеп, республика интернет-порталы ярҙамында яҙылырға кәңәш итәм. Дәүләт хеҙмәте (gosuslugi.ru) порталында ла табипҡа яҙылырға була.

– Һеҙ, фельдшер киҫкен медицина ярҙамы күрһәтә ала, тигәйнегеҙ. Ул ашығыс  ярҙамдан нисек айырыла?

– Ашығыс ярҙамды махсус хеҙмәт күрһәтә. Бында ҡапыл ауырып киткән, бәләгә тарыған категория инә. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте норматив буйынса 20 минуттан да ҡалмай килеп етергә тейеш. Киҫкен медицина ярҙамын ғәҙәттә иҫәптә торған пациенттарға күрһәтәләр.Быныһына инде фельдшерҙы йәки табипты саҡырталар. Уның килеү ваҡыты ике сәғәт эсендә атҡарыла.

– Заманса технологиялар ғына түгел, сирҙәр ҙә яңырыу кисерә. Фельдшерҙар заман менән бергә атлаһын өсөн ниндәй ярҙам күрһәтәһегеҙ?

– Айына бер тапҡыр Баймаҡҡа саҡырабыҙ. Ойоштороу-методик документтарҙы тултырырға өйрәтәбеҙ, ниндәй ҙә булһа табипты саҡыртып, уҡыуҙар, ашығыс һәм киҫкен ярҙам күрһәтеү саралары тураһында аңлатабыҙ.

– Табиптар ФАП-тарҙа ҡабул итеүҙәр ҙә ойоштора...

– Эйе, ай һайын график буйынса табиптар ауылдарға сығалар. Фельдшер ауыл халҡын был турала иҫкәртеп ҡуя. Шулай уҡ флюорография машинаһын да ебәрәбеҙ. Ошо аҙнанан ул алдан төҙөлгән график буйынса йөрөй башланы.

– Халыҡҡа әйтер теләктәрегеҙ бармы?

– Ауылдарҙа ғына түгел, ғөмүмән, ҡалала ла халыҡ үҙ һаулығына иғтибарлы булһын ине. 21-40 йәштә өс йылға бер, 40 йәштән һуң йыл һайын диспансеризация үтеп торорға кәрәк. Шулай иткәндә шәкәр диабеты, онкология кеүек ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртергә мөмкин булыуын онотмайыҡ. Шулай уҡ ауылдағы фельдшерҙарға иғтибарлы һәм ихтирамлы булһындар ине.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА әңгәмәләште.

Фельдшер – киң профилле белгес
Фельдшер – киң профилле белгес
Фельдшер – киң профилле белгес
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: