Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәтле була беләйек

Бер көн редакцияға районыбыҙҙың абруйлы ғына ҡатыны килеп инде. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә йәмғиәтебеҙ өсөн янып-көйөп йәшәгән шәхес. Күңелендә һаҡлаған фекерен гәзит биттәренә сығарыуымды һораны һәм үҙен танытмауҙы үтенде. Ә бит уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Меңдәрсә кеше ғүмерен ҡотҡарған врачтарға ваҡытында рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, уларҙың хеҙмәтен тейешенсә баһалап өлгөрәйек.Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Рәхмәтле була беләйек

Баймаҡ врачтары оло хөрмәткә лайыҡ

Бер көн редакцияға районыбыҙҙың абруйлы ғына ҡатыны килеп инде. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә йәмғиәтебеҙ өсөн янып-көйөп йәшәгән шәхес. Күңелендә һаҡлаған фекерен гәзит биттәренә сығарыуымды һораны һәм үҙен танытмауҙы үтенде. Ә бит уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Меңдәрсә кеше ғүмерен ҡотҡарған врачтарға ваҡытында рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, уларҙың хеҙмәтен тейешенсә баһалап өлгөрәйек.

- Һуңғы йылдарҙа сәләмәтлегем ҡаҡшау сәбәпле, дауахана юлын күп тапайым. Врачтарҙың, шәфҡәт туташтарының, ғөмүмән, медицина хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла сабырлыҡ теләйем. Улар көнө-төнө беҙҙең кеүек ауырып, һыҙланып килгән кешеләрҙең мыжығанын тыңлап, укол-дарыуҙар яҙып бирә. Улай ғына ла түгел, психолог кеүек кәңәштәрен дә бирәләр, йылы һүҙҙәре менән йыуаталар. Ә бит минең кеүек ауырыуҙар күп, яңғыҙым түгел.

Бөгөн врачтар етешмәй, тиҙәр. Дөрөҫ, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына төрлө йүнәлеш буйынса врачтар, шәфҡәт туташтары талап ителә. Райондан йүнәлтмә алып уҡығандар ҙа, ни сәбәптәндер, тыуған еренә эшкә ҡайтырға ашыҡмай. Бик һирәктәре генә был изге аҙымға барып, хеҙмәт юлын бәләкәй Ватанынан башлай. Бер аҙ тәжрибә туплағас, улар ҙа сығып китә. Бынан тыш, яҡшы белгес булып һаналған врачтарыбыҙ ҙа ситкә ағыла. Ни өсөн? Сәбәптәре төрлөсә, моғайын. Ләкин ошонда һорау биргем килә: йәш белгестәрҙе районда ҡалдырыу өсөн беҙҙә бөтәһе лә эшләнәме? Маҡтау наградалары биреп, дәртләндереү саралары күреләме? Белгестәрҙе районда ҡалдырыу өсөн, бәлки, тағы ла ниндәйҙер ярҙам кәрәктер?

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында үҙ эшенең оҫтаһы, ауырыуҙарға бар күңелен биргән, уларҙы ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышлығын һалған врачтар, шәфҡәт туташтары күп. Кадрҙар етмәү сәбәпле, тәүлек әйләнәһенә дауахананан ҡайтмай эшләргә мәжбүр булғандар бар. Иртәнсәк тә, көндөҙ ҙә, төндә лә бер үк врачтарҙы һаулыҡ һаҡлау һағында күрергә мөмкин. Ә бит уларҙың да ғаиләһе, балалары бар.

Миңә йылдан ашыу ваҡыт дауахана тупһаһын тапарға тура килде. Дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауалау өсөн бер кабинеттан икенсеһенә ебәреп, төрлө белгестәрҙән тикшерттеләр. Ваҡытында яһалған һығымта миңә ғүмер бүләк итте. Республика клиника дауаханаһында ҡатмарлы операция эшләнеләр. Бөгөн иһә Баймаҡ врачтарының даими күҙәтеүе аҫтында йәшәйем. Һәр береһенең хеҙмәте өсөн улар алдында оло башымды эйеп, рәхмәт белдергем килә. Көндөҙгө дауаланыу бүлеге мөдире Айрат Ишбирҙин, поликлиника мөдире Ринат Сәйфиуллин, хирургия бүлеге мөдире Айбулат Иманов, врач-хирург Миңлеғәле Ғүмәров, врач-терапевт Рәзилә Урмантаева, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Рәзилә Иманова, яңы ғына эш башлаған терапевт Гөлйөҙөм Фәттәхова һәм уның шәфҡәт туташы Зифа Макулова, шулай уҡ “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте коллективы – Гиппократ антына тоғро ҡалған белгестәр. Уларҙың күптәре ябай, бер ниндәй титулһыҙ, ләкин халыҡ һөйөүен яулаған врачтар. Тап уларҙың хеҙмәтен ваҡытында баһаларға ине. Күптән маҡтаулы исемдәргә лайыҡтар. Был минең генә фекерем түгел. Кемдәр уларҙың ҡулы аҫтында дауаланған, бөтәһе лә мине хуплар, тип уйлайым.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

Рәхмәтле була беләйек
Рәхмәтле була беләйек
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в