Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең гигиенаһы һәм һаулығын һаҡлау фәнни тикшеренеү институтының мәғлүмәттәренә ҡарағанда илебеҙҙә балаларҙың 10-12 проценты ғына тулыһынса сәләмәт. Ҡалғандарының һаулығында ниндәйҙер кәмселектәр бар һәм улар йылдар үтә бара көсәйә генә. Башланғыс кластарҙа 50 процент уҡыусыларҙа ниндәйҙер хроник сирҙәр булһа, юғары класҡа еткәндә 70-80 процентҡа етә. Айырыуса балаларҙың умыртҡа һөйәге, ашҡаҙан, бөйөр ауырыуҙарына дусар булыуы ҡот осмалы һандар менән арта.
Башланғыс кластарҙа ике хроник ауырыуы булған баланың юғары кластарҙа 4-5 етди сире булыуы теркәлә. Был ниҙән килә һуң? Башланғыс кластарҙа ата-әсә баланы дауалап, дөрөҫ режим күҙәтеүен талап итә алһа, үҫмер мәленә еткән ҡыҙҙар һәм малайҙар менән проблемалар башлана. Сөнки был мәлдә уларҙың физик кенә түгел, ә психик торошо тулыһынса үҙгәрә. Үҫмер тәнендәге үҙгәрештәргә үҙе лә яраҡлашып өлгөрә алмай. Быға тиклем авторитет булған ата-әсә, уҡытыусылар икенсе планға күсә һәм улар тәҡдим иткән бар ҡиммәттәр инҡар ителә.
Хәҙер мәктәп программаһының да үтә ауыр һәм ҡатмарлы булыуы билдәле. Үҫмер тәүҙә барыһына ла өлгөрөргә, эшләргә маташып ҡарай, унан ҡул һелтәй. Өҫтәүенә физик активлыҡ булмауы, күпселек ваҡыт компьютер, гаджеттар артында үтеүе лә йәш, нығынмаған организмға насар йоғонто яһай. Бала ваҡытында йоҡламай. Күпселек уҡытыусылар балаларҙың бер нәмә лә аңламауына йә дәрестә йоҡлауына зарлана. Үҫмерлек осорона хас тиҙ-тиҙ үҫешкән организмға 9 сәғәтлек йоҡо кәрәк. Әммә уларҙың күптәре төндәрен дә психиканы ҡуҙҡытҡан компьютер уйындары уйнай йә төрлө аниме ҡарай. Һөҙөмтәлә, үҫмер йоҡомһорап тик йөрөй.
Шулай уҡ юғары кластарҙағы имтихандарға әҙерләнеү ҙә балаларға юғары көсөргәнеш һала. Уларҙың спорт менән шөғөлләнергә лә, саф һауала йөрөргә лә ваҡыты ҡалмай башлай. Әҙ хәрәкәтләнеү умыртҡа һөйәге ауырыуҙарына килтерә, күп балаларҙа уның ҡыйшайыуын күҙәтергә тура килә.
Ашҡаҙан сирҙәренең сәбәбе – дөрөҫ туҡланмау. Үҫмерҙәрҙең ун дүрт проценты ғына, диетологтар кәңәш иткәнсә, көнөнә 4-5 мәртәбә ашай. Ә ҡалғандар көнөнә 1-2 мәртәбә генә туҡлана! Һөҙөмтәлә балала ашҡаҙан-эсәк органдары барлыҡҡа килә. Күп үҫмерҙәр, бигерәк тә ҡыҙҙар, үҙҙәренең ауырлығын контролдә тотоу өсөн ашамай. Улар тән ауырлығын спорт менән контролдә тотоу тураһында уйлап та бирмәй – туҡланыуҙан баш тарта. Ә бит үҫешкән организмға ҡайнар ризыҡ, кәрәкле витаминдар кәрәк. Шуға күрә үҫмерҙәргә тән ауырлығын спорт менән контролдә тотоу дөрөҫ һәм мөһим булыуын бер туҡтауһыҙ аңлатырға кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта төрлө бургер, чипсы, кола, пицца һ.б. менән генә туҡланған үҫмерҙәр ҙә күп. Уларҙың тән ауырлығы арта бара, зыянлы аҙыҡ йәш организмға ҡурҡыныс йоғонто яһап, хроник сирҙәргә дусар итә. Ата-әсәләргә шуны әйткем килә: балағыҙ ҡайҙалыр кафела шундай зыянлы ризыҡ ашағансы, өйҙә үҙегеҙ бешергән аш йәки бәлештәр менән туҡланһа, күпкә файҙалы булыр ине. Әлбиттә, үҫмерҙәрҙе яратҡан кафеларынан тулыһынса айырып булмаясаҡ, әммә төп туҡланыу өйҙә булырға тейеш.
Үкенескә ҡаршы, йәмғиәткә хас насар ғәҙәттәр үҫмерҙе лә урап үтмәй. Хәҙерге балалар 10-12 йәштә тәмәке тартып ҡараған, ә 13-15 йәштә иҫереүҙең нимә икәнен белә. Был осорҙа балағыҙға айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Алама ғәҙәткә күнегеп китмәһен өсөн тыныс итеп һөйләшегеҙ, тәмәке, хәмер, наркотиктарҙың уның йәш организмын юҡҡа сығарыу көсөнә эйә булыуын аңлатығыҙ, психологтарға йөрөгөҙ. Балағыҙҙы нисек бар, шулай ҡабул итеүегеҙҙе, уны яратыуығыҙҙы, ауыр саҡта һеҙгә таяна алыуын әйтегеҙ. Хәҙерге ваҡытта алама ғәҙәттәрҙең модала булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алығыҙ, шулай уҡ үҙ миҫалығыҙ менән дә еткерегеҙ. Әгәр ата-әсә һау-сәләмәт тормош алып бара икән һәм бала быны кескәй саҡтан күреп-һеңдереп үҫһә, ул да дөрөҫ юлдан тайпылмаясаҡ.
Үҫмер осоро өлкәндәр өсөн генә түгел, ә баланың үҙенә лә ҙур һынау мәле. Тейешле сәғәт йоҡлау, мотлаҡ шәхси гигиенаны күҙәтеү, эске кейемдәрҙе көн һайын алмаштырыу, тәнде, сәстәрҙе таҙалыҡта тотоу, дөрөҫ туҡланыу, саф һауала йөрөү – быларҙың барыһына ла бала ғаиләлә өйрәнергә тейеш. Был ваҡытта үҫмерҙәрҙең характеры ла ныҡ үҙгәреүсән була. Шуға күрә уға барыһын да тыныс тауыш менән, әрләмәй еткерегеҙ. Үҫмерҙе кәмһетергә ярамай. Бынан ул үҙ-үҙенә бикләнеп, һеҙгә башҡа бер ҡасан да асылмауы бар. “Көнө буйы компьютер артында ултыраһың!”- тип ҡысҡырыуға ҡарағанда, ошолай ултырыу һөҙөмтәһе ниндәй ауырыуҙарға килтереүен интернет аша табып күрһәтеү яҡшыраҡ һөҙөмтә бирәсәк. Тәмәке еҫен һиҙгәнһегеҙ икән, был алама ғәҙәттән һарғайған, ҡарайған тештәрҙе күрһәтегеҙ. Дөрөҫ туҡланырға теләмәһә, кола, чипсының нимәнән эшләнеүен, ашҡаҙан сирҙәренә дусар булаған кешеләрҙең һүрәттәрен табығыҙ. Бына ошондай мәлдә үҫмер яратҡан компьютер һәм интернет һеҙҙең дә дуҫығыҙға әүерелер.
Үҫмер һаулығы – уның киләсәк бәхетле тормошо. Әгәр ҙә быны балағыҙға аңлатып, уны дөрөҫ юлдан ебәрә алһағыҙ, ауырыу балалар һаны ла күпкә кәм булыр, улығыҙ-ҡыҙығыҙ ҙа үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, һеҙгә рәхмәтле булыр.
Эльвира Ғатина, баш табиптың акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары.