Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Октябрь , 10:15

Психик сәләмәтлек көнө лә бар. Беләһегеҙме?

9 - 15 октябрь - Психик һаулыҡты һаҡлау аҙналығы итеп иғлан ителде. Ә 10 октябрҙә Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы билдәләнмәй. Сөнки ул психик ауырыуҙарға ғына түгел, ә күңел торошо борсолоу тыуҙырған, баҫымға алынған, юғалып ҡалған кешеләргә лә ҡағыла. Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн нимә эшләргә һуң? 

Психик сәләмәтлек көнө лә бар. Беләһегеҙме?
Психик сәләмәтлек көнө лә бар. Беләһегеҙме?

Табиптар тәү сиратта насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға кәңәш итә. Күпмелер мәлгә онотолоу биргән хәмер һуңынан етди проблемаға әүерелеүе бар, ти белгестәр. Шулай уҡ стресҡа бирелеүсән кешеләрҙең тормош ауырлыҡтарына тиҙ бирешеүен дә күҙәтәләр. Стресты булдырмау өсөн иң тәүҙә йоҡо туйырға тейеш икән. Унан дөрөҫ туҡланыу һәм ваҡытында ял итеү килә. Саф һауала йөрөп килеү һәр кешенең күңелендәге насар тойғоларҙан арынырға ярҙам итә икән. Шулай уҡ һәр кемдең яратҡан шөғөлө булырға тейеш: бәйләү, сигеү, спорт төрҙәре, китап уҡыу, еңелсә фильмдар ҡарау, шиғыр яҙыу һәм башҡалар.

Табиптар өлкәндәргә генә түгел, ә йәштәргә кроссворд сисеүҙе кәңәш итә. Был мейенең эшмәкәрлеген яҡшырта. 

Көҙ миҙгеле насар тәьҫир иткән кешеләр ҙә бар. Бындай мәлдә сағыу төҫтәрҙе төрлө емеш-еләктә, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙа, тәмлекәстәр ашауҙа ла таба алаһығыҙ.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм һау-сәләмәт, көләкәс кенә булығыҙ!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в