Уйламағанда терһәктәрем һыҙлай башланы. Ҡартлыҡтан тип әйтеп булмай, 50-гә лә етмәгәнмен әле. Ниндәй генә диагноз ҡуйып бөтмәнеләр! Дарыу, укол һ.б. Үләндәр менән дауалаған бер инәйгә барып ҡына кеше булдым.
5 аш ҡалағы ваҡланған лавр япрағына 50 мл камфара майын ҡойоп, бер аҙна ҡараңғыла тотабыҙ. Ошоно марляға һеңдереп, ауыртҡан терһәктәрҙә компресс итеп тотабыҙ. Йәки уның менән һыҙлаған терһәктәрҙе көн һайын ыуабыҙ. Терһәктәрҙең һыҙлауын тиҙ баҫа. Минеке өс көндән баҫыла башланы. Шулай уҡ терһәктәргә бал һөртөп, тышына полиэтилен ябыу ҙа, һыҙлауҙы баҫа. Был инәй әйтеүенсә, йәйгеһен терһәктәргә бал һөртөп, өҫтөнә дегәнәк япрағы һалып, өҫтөнән шарф менән урарға кәрәк. Ошондай ысул ун көн эсендә бар һыҙланыуҙарҙы ала икән. Ауыртҡан тубыҡтарға ла килешә.
Тағы бер ысул. 20 г андыҙға ике стакан көмөшкә ҡойорға һәм 14 көн ҡараңғы урында тоторға. Уның менән һыҙлаған урындарҙы һөртөргә йәки компресс яһарға кәрәк.
Гүзәл Иҫәнгилдина.