Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Сентябрь 2023, 17:35

Быуындарым һыҙламай хәҙер

Сөгөлдөрҙөң шәп сағы! Беҙҙең уҡыусыбыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ: Сөгөлдөр ҡулланып быуындар һыҙлауын бөтөнләй оноттом, Аллаға шөкөр. Элек карауаттан торғанда, аяҡҡа баҫа алмай яфалана инем. Таблеткаһыҙ атлап та китеп булмай ине. Хәҙер дарыуҙарҙы ла онота башланым. Был төнәтмә ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Аллаһы Тәғәләнең оло ҡөҙрәте инде был! Шулай итеп, 3 литрлыҡ банкаға 2 уртаса ҙурлыҡтағы сей сөгөлдөрҙө ҡабығынан әрсеп, шаҡмаҡлап турап һалабыҙ...  

Быуындарым һыҙламай хәҙер
Быуындарым һыҙламай хәҙер

Быуындар һыҙлауы ололарҙа ғына түгел, ә йәштәрҙә лә күҙәтелә. Ошо яфанан ҡотолдора торған ысул бар. Уны ҡулланған гәзит уҡыусыбыҙ бына нимә тип яҙа: “Сөгөлдөр ҡулланып быуындар һыҙлауын бөтөнләй оноттом, Аллаға шөкөр. Элек карауаттан торғанда, аяҡҡа баҫа алмай яфалана инем. Таблеткаһыҙ атлап та китеп булмай ине. Хәҙер дарыуҙарҙы ла онота башланым. Был төнәтмә ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Аллаһы Тәғәләнең оло ҡөҙрәте инде был!”

Тик үтендә ташы, шәкәр диабеты булғандарға, ғөмүмән, бар кешегә лә тәүҙә табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк.

Шулай итеп, 3 литрлыҡ банкаға 2 уртаса ҙурлыҡтағы сей сөгөлдөрҙө ҡабығынан әрсеп, шаҡмаҡлап турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнап һыуыған (бүлмә температураһындағы) һыу, 1 сәй ҡалағы балды ярты стакан йылымыс һыуҙа болғатып, банкаға ҡоябыҙ. Өҫтөнә капрон ҡапҡасты ябабыҙ. Еткерә япмағыҙ, сите әҙерәк асыҡ ҡалһын. 5 көн һалҡын урында тотабыҙ (һыуытҡыста түгел! Һалҡыныраҡ бүлмәгеҙгә ҡуйып тороғоҙ). Өҫтөндәге күбеген алып, марля аша һөҙөгөҙ. Төнәтмәне көн дә ашар алдынан йә шунан һуң яртышар стакан 4 мәртәбә эсегеҙ. 1 банка төнәтмәне эсеп бөткәс тә быуындар һыҙламай башлауын тойорға мөмкин. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: