Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Сентябрь 2023, 15:15

Йәшәгән һайын тормош ҡәҙерле

Милли маҡсаттарҙың береһе – халыҡты һаҡлау. Ә төп күрһәткес – ғүмер оҙайлығын 2030 йылға тиклем 78 йәшкәсә еткереү. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Өлкән быуын” федераль проекты әҙерләнгән. Республика клиник һуғыш ветерандары госпиталенең баш табип урынбаҫары Розалия Садиҡова “Россия24. Башкортостан” телеканалында Оло йәштәгеләр көнөнә ҡарата ойошторолған айлыҡ менән таныштырҙы...

Милли маҡсаттарҙың береһе – халыҡты һаҡлау. Ә төп күрһәткес – ғүмер оҙайлығын 2030 йылға тиклем 78 йәшкәсә еткереү. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Өлкән быуын” федераль проекты әҙерләнгән. Республика клиник һуғыш ветерандары госпиталенең баш табип урынбаҫары Розалия Садиҡова “Россия24. Башкортостан” телеканалында Оло йәштәгеләр көнөнә ҡарата ойошторолған айлыҡ менән таныштырҙы.

–Был сара йыл һайын үткәрелә, диспансерлаштырыу, медицина тикшереүҙәре ойошторола. Шулай уҡ өйҙә дауаланған пациенттарға мобиль бригадалар сыға, – ти эксперт. Белгестең әйтеүенсә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы классификацияһына ярашлы, өлкәндәр йәше 60-тан 74-кә тиклем тирбәлә, ә 75-89 йәш ҡартлыҡ осоро тип иҫәпләнә, 90 йәште уҙғандар оҙон ғүмерлеләр рәтенә индерелә.

–Гериатрияла ике төшөнсә бар: ҡартлыҡ һәм ҡартайыу. Ҡартлыҡ – тәбиғи процесс. Ҡартайыу – ғүмерҙең аҡрынлап физиологик һүнә барыуы, иммунитет һәм адаптив процестарҙың кәмеүе. Оло йәштә йыш ҡына йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, йөрәк ишемияһы, терәк-хәрәкәтләнеү, Паркинсон, Альцгеймер сирҙәре ҡалҡып сыға, – тип аңлата Розалия Садиҡова. Ул организмда йәшкә хас үҙгәрештәрҙе “һуңғараҡ күсереү” өсөн даими рәүештә диспансерлаштырыу үтергә, сәләмәт тормош менән йәшәргә кәрәклеген билдәләне.

Оло йәштә сәләмәтлекте һаҡлау лайыҡлы тормош сифатын тәьмин итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Физик әүҙемлек организмдың дөйөм торошон яҡшыртыуға булыша. Даими физик көсөргәнеш организмдағы кире үҙгәрештәрҙе тотҡарлай, ҡайһы бер ҡартлыҡҡа хас сирҙәрҙең хәүефен кәметә, был иҫәптә – остеопороз, инфаркт, инсульт, гипертония, шәкәр диабеты һәм башҡалар. Спорт менән шөғөлләнеү кәйефте күтәрергә, борсоулы уйҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә, сөнки шөғөлләнгәндә бәхет һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙырыусы гормондар әүҙем бүленә. Күнекмәләргә тотонор алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ, ти табип. Һәр кем өсөн яраҡлы спорт төрөн табырға мөмкин. Иң мөһиме, сәләмәтлекте һаҡлау өсөн оло йәштәгеләрҙең социаль әүҙемлеген арттырыу кәрәк, аралашыу тормош сифатын яҡшырта.

 “Когнитив функцияларҙың кәмеүе медицинала көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора. Донъяла 50 миллионға яҡын кеше деменцияға дусар, йыл һайын уларҙың һаны арта бара. Был халыҡтың оҙон ғүмерлелеге артыуы, ҡартайыуы, йәшәү рәүешенең үҙгәреүе менән бәйле. Ғәҙәттә деменция яй үҫешә. Йылдар буйы уның үҙен һиҙҙермәүе ихтимал. Үкенескә ҡаршы, күптәр когнитив функцияларҙың кәмеүен норма тип иҫәпләй, үҙгәрештәргә иғтибар итмәй, табиптарға бармай, һөҙөмтәлә ҡәҙерле ваҡытты юғалта. Күп кенә үҙгәрештәрҙе, тайпылыштарҙы булдырмаҫҡа, уларҙан арынырға мөмкин булыр ине”, – тип иҫәпләй белгес.

“Өлкән быуын” федераль проекты оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген һәм именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙың комплекслы системаһын барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән. Программаның бер өлөшө – өлкәндәр өсөн медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Уға вакцинация, иҫкәртеү тикшереүҙәре, диспансер күҙәтеүе, йығылыуҙарҙы һәм имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү кеүек саралар инә. Комплекслы медицина ярҙамы сәләмәтлекте һаҡлауҙан тыш, өлкәндәрҙең илдең иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүенә булышасаҡ.

Программа медицина аспекттары менән генә сикләнмәй, уға әүҙем оҙайлы ғүмерҙе дәртләндереү, гериатрия хеҙмәттәрен һәм бүлексәләрен ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау кеүек бурыстар ҙа инә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: