Киҙеү – мәкерле ауырыу
Табип-инфекционист гриптан прививканы ни өсөн мотлаҡ эшләтергә кәрәк икәнлеген аңлата
Йыл һайын һалҡын миҙгелде бер аҙ хәүефләнеп тә ҡаршы алабыҙ. Ата-әсәләрҙе, ололарҙы борсоған төп һорауҙарҙың береһе: “Быйыл ниндәй грипп килә? Ул коронавирусҡа барып ҡушылмаҫмы? Унан нисек һаҡланырға?”
Медицина хеҙмәткәрҙәре киҙеүҙән һаҡланыуҙың төп ысулы итеп унан прививка яһатыуҙы күрә. Ошо хаҡта үҙәк ҡала дауаханаһының табип-инфекционисы Гөлнур Латыпова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы, әлеге ваҡытта район-ҡала буйынса грипҡа ҡаршы вакцина эшләү дауам итә. Был прививканы һәр кемгә эшләтергә кәрәк, тип уйлайһығыҙмы?
- Әлбиттә. Грипҡа ҡаршы прививканың ярамағанын күрһәтеүсе билдәләре юҡ. Киреһенсә, уны күптәргә, бигерәк тә хроник ауырыуҙары булғандарға яһатыу мөһим. Бөтә донъя һаулыҡ һайлау ойошмаһы: “Йыл һайын донъяла 65 йәштән өлкәнерәк 60000 кеше ошо ауырыуҙан вафат була. Ә күпселек илдәрҙә вакцинация яһау кимәленең бик түбән булыуын иҫәпкә алғанда, йыл һайын, көҙгө-ҡышҡы миҙгел етеү менән, хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр араһында үлем осраҡтары йышая”,-тигән мәғлүмәт бирә. Ошо уҡ һәр кемгә уйланыуға ишара түгелме?
- Был прививканы тәү сиратта кемдәргә яһатырға кәңәш итер инегеҙ?
- Бөтәһенә лә. Грипп менән һәр кемдең ауырып китеүе ихтимал, әммә хәүеф төркөмөнә ҡарағандар ҙа бар. Ул – ололар, балалар, ауырлы ҡатындар, сәләмәтлеге ҡаҡшағандар, хроник ауырыуҙар. Уларҙы тәүге сиратта вакцина эшләргә саҡырыр инем. Тап хәүефле төркөмгә ҡараған кешеләр киҙеүҙең ҡатмарлашып китеүенә дусар булыуы ихтимал. Шулай уҡ беҙ - медицина хеҙмәткәрҙәре лә киҙеүҙән прививканы мотлаҡ яһатабыҙ. Был үҙ сәләмәтлегебеҙҙе һаҡлау һәм башҡаларға ауырыуҙы таратмау өсөн бик тә мөһим.
- Кеше грипп йоҡтороп ауырый ҙа, унан үпкәһе зарарлана, йөрәге ҡаҡшаған осраҡтар ҙа була. Тимәк, был ауырыу башҡа сирҙәргә килтерә ала?
- Эйе, грипп бик мәкерле ауырыу. Киҙеүгә ҡаршы вакцина ауырыуҙан һаҡланыу, уның ҡатмарлашҡан осраҡтарын булдырмау, кешеләрҙе үлемдән һаҡлап ҡалыу өсөн иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһелер, тип уйлайым. Ҡайһы берәүҙәр: “Прививка яһаттым, барыбер ауырыным”,-тип белдерә. Әммә вакцинаның һөҙөмтәлелеге төрлө йылдарҙа төрлөсә булыуы ихтимал икәнлеген оноторға ярамай. Был вирустың төрөнә, уның вакцина компоненттарына тура килеүенә лә бәйле. Шулай уҡ прививканың нисек тәьҫир итеүе вакцина эшләгән кешенең һаулыҡ торошона, вакцина яһатҡандан һуң күпме ваҡыт үтеүенә лә ҡарай бит. Прививканың көсө, уны эшләгәндән һуң, уртаса ике аҙнанан башлана.
- Ҡайһы берәүҙәр: “Прививка эшләткәйнем, шуға күрә грипп менән ауырыным”, -тип белдерә. Ошо хаҡта ниҙәр әйтерһегеҙ?
- Эйе, ҡайһы берәүҙәр прививканы эшләтеүүҙе үк грипп менән ауырыуға булышлыҡ итә, тип һанай. Был төптө хаталы фекер. Инъекция ауырыу булдырмай! Был мөмкин дә түгел. Сөнки вакцинала тере вирус юҡ.
- Ни өсөн грипҡа ҡаршы прививканы йыл һайын эшләтергә кәрәк?
- Сөнки гриптың вирустары һәр саҡ үҙгәреп тора (мутацияға бирелә). Йыл һайын төрлө штамдар килә. Унан тыш, ваҡыт үтеү менән вирусҡа ҡаршы иммунитет та түбәнәйә. Киҙеүгә ҡаршы миҙгел вакциналарының составы ла йыл һайын яңыртылып тора. Был прививка һөҙөмтәлерәк булһын өсөн эшләнә.
- Быйыл киҙеүҙең ниндәй штамы көтөлә?
- Әгәр шул уҡ Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының (ВОЗ) мәғлүмәттәренә ҡараһаҡ, белгестәр гриптың бер юлы 4 штамы киләсәк, уның ҡайһы бер төрө коронавирустан да ҡурҡыныс буласаҡ, үлем осраҡтары йышайыуы ихтимал, тип фаразлай. Был, әлбиттә, хафаландыра. Шулай ҙа фараз – фараз ғына булып ҡалыр, улай уҡ ҡурҡыныс штамдар булмаҫ, тип ышанайыҡ. Әммә әҙер булырға, һау-сәләмәт тормош алып барырға, прививка эшләтергә кәрәк.
- Әйтеп үтелгән штамдарҙың билдәләре ниндәй?
- Юғары температура, күңел болғаныу, ҡоҫоу, тамаҡ ауыртыу, тауыш юғалтыу, тымау, хәлһеҙлек. Ошо билдәләрҙең береһе булһа ла, һис кисекмәҫтән дауаланыуҙы башларға кәрәк.
- Прививканы ҡасан эшләтергә кәрәк?
- Прививканы киҙеү миҙгеле башланғанға тиклем яһатыр кәрәк. Ғәҙәттә, халыҡты вакцинациялау көҙгө айҙарҙа, вирус ныҡлап таралғанға тиклем эшләнә, әммә прививка яһатыу бер ваҡытта ла һуң түгел, хатта вирус барған саҡта ла.
- Вакцина яһатырға ҡурҡҡан кешеләргә ниҙәр әйтер инегеҙ?
- Киҙеүгә ҡаршы миҙгел вакцинаһы 50 йылдан ашыу ҡулланыла. Уны миллионлаған кешегә эшләйҙәр, хәүефһеҙлеге ваҡыт тарафынан һыналған. Шуға күрә ҡурҡмағыҙ. Был үҙегеҙҙе һаҡлау, грипп йоҡторған хәлдә лә, уны еңел үткәреү, хроник ауырыуҙарға тарымау өсөн эшләнгәнен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Йыл һайын яңыртылған вакцинаны төрлө кимәлдә тейешле белгестәрҙең ентекләп тикшереп, унан һуң ғына ҡулланыу өсөн лицензия биреүҙәрен белеп ҡуйығыҙ.
- Гәзит уҡыусыларыбыҙға тағы ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?
- Үҙегеҙҙе һаҡлап һәм ҡәҙерләп өйрәнегеҙ. Киҙеүҙе йоҡтормау өсөн прививка эшләтеүҙән тыш, саф һауала йөрөгөҙ, күнекмәләр яһағыҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ. Киҙеү кешенең хәлен бик ауырлаштырыуы, хатта үлемгә алып килеүе ихтимал икәнлеген онотмағкыҙ. Бигерәк тә был әйтеп үткән хәүефле төркөмгә ҡараған кешеләргә ҡағыла. Ауырыу таралған мәлдә халыҡ күпләп йыйылған урындарға йөрөмәгеҙ. Өйөгөҙҙө елләтегеҙ, тыштан ингәс, кейемегеҙҙе алмаштырығыҙ, ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ. Өшөмәгеҙ! Ҡайһы саҡта организмда ултырған вирус кеше өшөү менән көсәйеп, уны аяҡтан йыға. Шулай уҡ көйһөҙләнмәгеҙ. Насар кәйеф тә ауырыуға булышлыҡ итә. Үҙегеҙгә оҡшаған үлән сәйҙәренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Ошо ваҡытта әлмрондо ҡайнатып эсеү бик файҙалы. Ул иммунитетты бик яҡшы һаҡлай.
Ауырый башлағас та, түшәк режимын күҙәтегеҙ. Был сирҙе тиҙерәк еңергә ярҙам итер. “Ныҡлап ауырымайым бит, температурам да юҡ йәки юғары түгел”,-тип халыҡ араһына сыҡмағыҙ. Һеҙ киҙеүҙе еңел үткәрһәгеҙ ҙә, уны кемгәлер йоҡторһағыҙ, уның өсөн был үлемесле булыуы ихтимал икәнлеген онотмағыҙ. Үҙегеҙгә генә түгел, ә башҡаларға ла ихтирамлы, хәстәрлекле булығыҙ. Шул ваҡытта ғына грипп ныҡлап тарала алмаҫ.
- Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Гәзит уҡыусыларыбыҙ һеҙҙең кәңәштәрегеҙгә мотлаҡ ҡолаҡ һалыр, киҙеү мәлен барыбыҙ ҙа һаулыҡта үткәрербеҙ, тип ышанайыҡ.
Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.
.