Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Сентябрь 2023, 15:00

Һаулыҡты хәстәрләп

–Эндоскопия – яҡтыртыу һәм оптик системаһы булған эндоскоп ярҙамында эске ағзаларҙы тикшереү ысулы. Был ғәмәл диагностика һәм дауалау маҡсатында пульмонология, хирургия, гастроэнтерология, оториноларингология һәм башҡа өлкәләрҙә киң ҡулланыла, – тине министрлыҡтың лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Эндоскоп аш һеңдереү системаһы яғынан күҙәтелгән төрлө билдәләрҙе – уҡшыу, ҡоҫоу, эс ауыртыуы, йотоу ауырлашыуы һәм ашҡаҙан-эсәктән ҡан китеүе – өйрәнеү өсөн ҡулланыла.Шулай уҡ анемия, ялҡынһыныу, ҡан китеү, аш һеңдереү системаһы шештәрен асыҡлау өсөн биопсия үткәреү юлы менән диагностикала файҙаланыла.

2023 йылдың ғинуарынан июль айына тиклем республиканың  Берҙәм лицензиялар реестрында эндоскопия буйынса эшмәкәрлеккә лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны дүрт процентҡа артты. Был йүнәлеш буйынса элек теркәлгән ойошмаларға йәнә етәү өҫтәлде.

–Эндоскопия – яҡтыртыу һәм оптик системаһы булған эндоскоп ярҙамында эске ағзаларҙы тикшереү ысулы. Был ғәмәл диагностика һәм дауалау маҡсатында пульмонология, хирургия, гастроэнтерология, оториноларингология һәм башҡа өлкәләрҙә киң ҡулланыла, – тине министрлыҡтың лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Эндоскоп аш һеңдереү системаһы яғынан күҙәтелгән төрлө билдәләрҙе – уҡшыу, ҡоҫоу, эс ауыртыуы, йотоу ауырлашыуы һәм ашҡаҙан-эсәктән ҡан китеүе – өйрәнеү өсөн ҡулланыла.Шулай уҡ анемия, ялҡынһыныу, ҡан китеү, аш һеңдереү системаһы шештәрен асыҡлау өсөн биопсия үткәреү юлы менән диагностикала файҙаланыла.

 Эндоскопик хирургия әмәлиәттәрен тән тиреһен артыҡ яраламайынса, тәбиғи физиологик тишемдәр  йәки бәләкәй генә киҫемдәр аша үткәрергә мөмкинлек бирә. Был осраҡта хирург бөтә манипуляцияларҙы ситтән тороп башҡара, әмәлиәтте монитор аша күҙәтә. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлегенә лицензияларҙы рәсмиләштереү ваҡыты 15 көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы, ә яңынан алыу 10 көн эсендә башҡарыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: