Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Сентябрь 2023, 06:05

Быуындарға - сөгөлдөр ярҙам

Сөгөлдөр төнәтмәһе һыҙлаған быуындарҙы яҡшы баҫа, ҡан баҫымын нормаға килтерә, ҡанды таҙарта...

Быуындарға - сөгөлдөр ярҙамБыуындарға - сөгөлдөр ярҙам
Быуындарға - сөгөлдөр ярҙам

3 литрлыҡ банкаға 2 уртаса ҙурлыҡтағы сей сөгөлдөрҙө ҡабығынан әрсеп, шаҡмаҡлап турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнап һыуыған (бүлмә температураһындағы) һыу ҡоябыҙ. Артабан 1 сәй ҡалағы балды ярты стакан йылымыс һыуҙа болғатып, банкаға ҡоябыҙ. Өҫтөнә капрон ҡапҡасты ябабыҙ. Еткерә япмағыҙ, сите әҙерәк асыҡ ҡалһын. 5 көн һалҡын урында тотабыҙ (һыуытҡыста түгел! Һалҡыныраҡ бүлмәгеҙгә ҡуйып тороғоҙ). Өҫтөндәге күбеген алып, марля аша һөҙөгөҙ. Төнәтмәне көн дә ашар алдынан йә шунан һуң яртышар стакан 4 мәртәбә эсегеҙ. 1 банка төнәтмәне эсеп бөткәс тә быуындар һыҙламай башлауын тойорға мөмкин. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас