Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Сентябрь 2023, 07:20

Ангинаны дауалайбыҙ

Сөгөлдөрҙөң ангинаны, гайморитты, юғары ҡан баҫымын дауалағанын беләһегеҙме?..

Ангинаны дауалайбыҙАнгинаны дауалайбыҙ
Ангинаны дауалайбыҙ

Ангинаны дауалау

Бер ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан ҡырығыҙ. Бер стакан массаға бер ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе өҫтәгеҙ. Был ҡатнашманы ҡараңғы урынға ҡуйып, дүрт сәғәт тотоғоҙ. Аҙаҡ туҡымаға һалып һығырға кәрәк. Ҡуйы массаһын ташлағыҙ, ә һуты менән 2,5 сәғәт һайын тамаҡты сайҡатығыҙ.

Гаймориттан Сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәреп, һутын һығып алып, бер аҙ йылытҡас, шунда мамыҡты манып, 10 минутҡа бер танау тишегенә, һуңынан икенсеһенә ҡуйырға кәрәк.

Ҡан баҫымы юғары булғанда

Көнөнә 3—4 тапҡыр яртышар стакан бал ҡушылған сөгөлдөр һутын эсәләр. Бының өсөн сөгөлдөр һутын һығып алғас, бер сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Уға кишер һуты ла ҡушһағыҙ була. Әммә ас көйөнсә был һутты эсергә ярамай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас