Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Сентябрь 2023, 03:45

Һыҙланыуҙарҙан әрем йәймәһе

Әрем йәймәһен һалып иң ныҡ һыҙлаған быуындарҙы ла дауалап була. Ул шулай уҡ ауыртыуҙарҙы тиҙ баҫыуы менән дә һәйбәт... 

Һыҙланыуҙарҙан әрем йәймәһеҺыҙланыуҙарҙан әрем йәймәһе
Һыҙланыуҙарҙан әрем йәймәһе

Ике аш ҡалағы әремде ныҡлап ваҡлағыҙ (ҡороһон төйөгөҙ) һәм уға 1 сәй ҡалағы үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы он, 2 сәй ҡалағы бал һәм 1 сәй ҡалағы камфара майы өҫтәп йәймә эшләгеҙ. Уны һыҙлаған быуындарға, тубыҡ-терһәктәргә һалып, өҫтөн шыптыр пленка менән ҡаплап, йылы шарф йә дебет шәле менән урап ҡуйығыҙ. Өс сәғәттән кәм тотмағыҙ. Төнгөлөккә лә ҡалдырырға ярай. Аҙна-ун көн эшләгеҙ. Ике-өс көндән һуң уҡ еңеллек тойорһоғоҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас