Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Август 2023, 07:00

Тоҙланған алмалар

Тоҙланған алмалар бик файҙалы. Белгестәр әйтеүенсә, тоҙланған алмалар организм өсөн бик тә файҙалы, ул тән тиреһе йәшәртә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Тоҙланған алмалар

Тоҙланған алмалар бик файҙалы. Белгестәр әйтеүенсә, тоҙланған алмалар организм өсөн бик тә файҙалы, ул тән тиреһе йәшәртә.

Өс литрлыҡ банка, бер килограмм алма, өс ҡалаҡ шәкәр ҡомо, бер ҡалаҡ тоҙ, өс бөртөк ҡәнәфер, ике лавр япрағы һәм таҙа һыу кәрәк.

Стерилләнгән банкаға ҡәнәфер һәм лавр япрағын һалабыҙ һәм таҙа итеп йыуылған алмаларҙы һалабыҙ. Ҡайнап һыуыған һыуға тоҙ, шәкәр һалып, улар ирегәнсе болғатабыҙ. Һуңынаналмалар өҫтөнә ҡоябыҙ. Дүрт тәүлек ул бүлмә температураһында ултырырға тейеш. Һуңынан ҡапҡасын ябып, һалҡын урынға ҡуйырға. Оҙаҡ һаҡланмай, шуны онотмағыҙ!

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: top-view-of-bunch-of-apples_23-2148795855

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас