+24 °С
Ямғыр
“Сәләмәтлек” банкаһы
Көҙгә аяҡ баҫҡанда, һыуыҡҡа бирешмәҫ өсөн, алдан уҡ "Сәләмәтлек" банкаһы әҙерләп ҡуйығыҙ. Файҙаһын күрмәй ҡалмаҫһығыҙ! Еңел генә яһала, ә файҙаһы әйтеп бөткөһөҙ ҙур.
Бының өсөн кәрәк була: 400 г бал, 3 дана лимон, 250 г самаһы имбир. Ҡабығы әрселгән имбир менән төштәре алынған лимонды ит үткәргес аша үткәрәбеҙ. Һуңынан уға бал ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Көнөнә 1-2 сәй ҡалағы ашау һеҙҙең иммунитетты нығытасаҡ. "Сәләмәтлек" банкаһын һалҡын урында һаҡлағыҙ.
Файҙаланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.
Сәләмәт булығыҙ!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: lemon-isolated-on-white_93675-131299