Әҙ генә төртөлөүҙән, төкөүҙән дә тәнегеҙ күгәреп сыҡһа, һеҙҙә С витамины аҙ. ◾Ауыҙығыҙҙан алама еҫ сығып йонсотһа, тимәк В3 витамины етмәй. ◾Эс йыш ҡаталаһа, В төркөмө витаминдары етмәй. ◾Башығыҙ әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, ВЗ һәм Е витамины, марганец, калий етмәй. ◾Күҙегеҙ ҡыҙарһа, ҡараңғыға тиҙ өйрәнә алмаһағыҙ, арпа сығып йонсотһа А һәм В2 витамины ҡулланыр кәрәк. ◾Башығыҙ ҡауаҡлаһа, В12, В6, F һәм селена кәрәк. ◾Сәсегеҙ торошо бик насар булһа, В, Ғ һәм йод ҡабул итергә кәңәш ителә. ◾Сәсегеҙ күп ҡойолһа, В9, С, Н, инозит талап ителә. ◾Йоҡоһоҙлоҡ В төркөмө витаминдары, калий һәм кальций етмәүҙән. ◾Танау йыш ҡанаһа, С, К һәм ВЗ витамины кәрәк. ◾Һытҡылар, муйынға ҡыҙыл таптар сыҡһа, был А һәм В витаминдарына дефицит булыуын һәйләй. ❗❗❗❗Табип менән кәңәшләшеү мөһим. Һау-сәләмәт булығыҙ