Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Август 2023, 11:32

Бәрхәт сәскәһе лә шифалы

Бәрхәт сәскәһен матурлыҡ өсөн генә түгел, ә уны һаулыҡ өсөн файҙалы булғаны өсөн дә күпләп үҫтерәләр. Гинекологик яҡтан сир борсоған осраҡта бер бәрхәт сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр эсергә.Йәрәхәтләнгән, бешкән урындарға бәрхәт сәскәһенән әҙерләнгән май ҡулланыла. Уның өсөн..Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бәрхәт сәскәһен матурлыҡ өсөн генә түгел, ә уны һаулыҡ өсөн файҙалы булғаны өсөн дә күпләп үҫтерәләр. Гинекологик яҡтан сир борсоған осраҡта бер бәрхәт сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр эсергә.

Йәрәхәтләнгән, бешкән урындарға бәрхәт сәскәһенән әҙерләнгән май ҡулланыла. Уның өсөн өс ҡалаҡ ваҡланған бәрхәт сәскәһенә ошо уҡ күләмдәге үҫемлек майы ҡушып төнгөлөккә ултыртып торорға. Икенсе көнөнә 60 – 70 градуслы ҡайнар һыулы һауытҡа ултыртып ярты сәғәт самаһы тоторға. Көнөнә ике-өс тапҡыр ауыртҡан ергә һөртөргә.

Бәрхәт сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмәне сайҡанғанда ҡулланыу стрестан ҡотҡара, нервы системаһы ҡаҡшағанда тынысланырға ярҙам итә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1658634857_33-kartinkin-net-p-barkhattsi-taishan-tsveti-krasivo-foto-33

Бәрхәт сәскәһе лә шифалы
Бәрхәт сәскәһе лә шифалы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас