Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы начальнигы Рәил Әбүбәкеров илдә, төбәктә мал, ҡоштарҙың йоғошло ауырыуҙарҙан ҡырылыуы хаҡында әйтеп үтте.
- Ҡош киҙеүе, африка тағуны, себер язваһы тиҙ арала йәнлектәрҙе һәләк итеүе бар. Илдә себер язваһының ҡалҡып сыҡҡан өс осрағы теркәлде. Был бик ҡурҡыныс ауырыуҙан һаҡ булырға кәрәк.
Әлеге ваҡытта Өфө янында ҡошсолоҡ фермаһында булған хәлде барыһы ла беләлер. Бында ҡош киҙеүе башланды, хәҙер ундағы ҡош-ҡортто яндырырға мәжбүрҙәр. Беҙҙең райондан 10 ветеринар ҙа шул фабрикаға ярҙамға йүнәлтелде. Хәүефле зонала - Авдон, Жуков, Сергеевка һәм Уптин ауылдары, «Гарнизонный», «Дубрава», «Отдых», «Солнечный-3», «Рябинушка» һәм «Эталон» баҡсасылыҡ ширҡәттәре. 10 саҡрым радиустағы тораҡ пункттар күҙәтеү зонаһы булараҡ билдәләнгән. Сикләү саралары, ҡырағай ҡоштарҙан тыш, һуңғы сирле ҡошто яндырғандан һуң 21 көн үткәс ғәмәлдән сығарыласаҡ.
Кешеләргә шуны еткерергә кәрәк, ҡош-ҡорт тотҡан кешеләр гигиенаны күҙәтергә тейеш. Сөнки ҡош киҙеүенең кешегә лә йоғоуы ла бар. Мал янына сыҡҡан кейем менән өйгә инмәҫкә! Кәртә-ҡураны аҡлау, таҙартыу мөһим. Әгәр ҡош-ҡортоғоҙ ауырыу һымаҡ булып күренһә, үҙегеҙ дауалауға тотонмағыҙ! Шунда уҡ ветеринар саҡыртығыҙ. Сөнки йоғошло ауырыу таралған мәлдә һәр минут ҡәҙерле. Шулай уҡ ҡош-ҡортоғоҙ янына турғайҙар, күгәрсендәр һ.б. ҡоштар осоп килеүенә юл ҡуймағыҙ.
Ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың беҙҙе урап үтеүен теләйек!