

Һәр ауырыуҙы еңеп була
2019 йылда 78 йәштәге Владимир Короткойға яман шеш диагнозы ҡуйыла. Һәм уға ауырыу органдарын алып ташларға һәм химия терапияһын тәҡдим итәләр. Бер бөйөрө булмаған өлкән кеше бындай операцияны күтәрә аласағына ышанмай. Һәм традицион булмаған дауаланыу юлын эҙләй башлай. Шулай итеп ул Шевченко ысулына барып туҡтала һәм шуның буйынса дауалана.
Иң тәүҙә ул Шевченко ысулы буйынса диета тота. Иң яҡшы ризыҡ – сей килеш йәшелсә, емеш, үлән. Ҡул аҫтында булған, мәҫәлән, петрушка, кәбеҫтә, сөгөлдөр япраҡтары, сөгөлдөр, кишер, алма, лимонды ҡабығы менән, имбирь, туңдырылған йәшелсәне миксерҙа тураҡларға. Ошо ризыҡты көн дә иртәнсәк, төш һәм киске ашта ашарға. Шулай уҡ иртәле-кисле 200 г эремсеккә ике аш ҡалағы етен майы болғатып ашарға. Тағы ла көнөнә 200 – 300 г ҡарабойҙай бутҡаһы ашарға мөмкин. Һәм тик йәшел сәй эсергә. 20 көн ошондай диетанан һуң тауыҡ (өй тауығы!) һурпаһы өҫтәргә була.
Ә бына шәкәр, ит, һөт, картуф, манный, әсетке менән бешерелгән бар икмәк ризығын ашамай торорға. Был диетаны 54 көн, ә иң яҡшыһы тулыһынса һауыҡҡансы тоторға кәңәш ителә.
Ауырыуҙан төп дауаланыу ысулы 30 мл/30 мл миҡдары менән араҡы (40 процентлы спирт) һәм таҙартылмаған (нерафинированный) көнбағыш майын бутап, 3-5 минут һелкетеп, эсеү. Был шыйыҡсаны ауырыуҙарға көнөнә өс мәртәбә, бер иш арауыҡ ваҡыттан һуң эсергә кәрәк. Ун көн эскәндән һуң биш көн туҡтатып торорға. Шунан тағы ун көн эсергә һәм биш көн ял. Унан тағы ун көн эсергә. Ике аҙна ял иткәндән һуң тағы ике цикл дауаланыу үтергә. 78 йәштәге бабай ошо ысул менән дауаланып һәм үрҙәге диетаны тотоп өс айҙа яман шешенең бөтөүен белдерә. Артабан ул профилактика өсөн был шыйыҡсаны көнөнә бер мәртәбә эсеүен дауам иткән. Шевченко ысулын ҡулланыусылар ҙа спиртлы май уларға ярҙам итеүе тураһында һөйләй.
Тик һуңғы йылдарҙа сифатлы көнбағыш майын табыуы ауырлаша бара. Әгәр һеҙҙең спиртлы шыйыҡсаны эскәндән һуң эсегеҙ китһә, үҙәгегеҙ көйһә, тимәк, һеҙгә сифатһыҙ (нерафинированный) көнбағыш майы эләккән. Уны мотлаҡ алмаштырырға кәрәк. Ҡайһы бер ауырыуҙар шыйыҡсаның сифатын күтәреү өсөн уға 1-2 капсула Е витамины, 1-2 капсула “Эссенциале-Форте Н” өҫтәй. Әммә сифатлы көнбағыш майы тапһағыҙ, уларҙы өҫтәргә кәрәкмәй.
Шулай уҡ был ысул менән дауаланғанда башҡа ысулдарҙы ҡулланмай торорға кәрәк.
Спиртлы шыйыҡ май шулай уҡ алкоголизм, бауыр циррозы, гепатит, нефрит, панкреатит, ишемия, бөйөр һәм үт ҡыуығындағы таштарҙан, ашҡаҙан, йөрәк, аллергия, шәкәр диабеты, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ярҙам итә икән.
Дауаланыр алдынан врачығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.
Шул уҡ ваҡытта боронғо дауалаусы, философ Парацельстың: “Һәр кеше үҙенең тәнен һәм йәнен үҙе ҡотҡарырға тейеш. Быны башҡалар ҡулына тапшырғандарҙы ҙур үкенес көтә”,-тигән һүҙҙәрен онотмағыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина. (“Побеждать! Безнадежных больных нет” китабынан)