

Ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар
Ҡапыл ғына баш ауырта башлаһа, ҡулға эш бармай. Теш һыҙлаһа ла түҙеп булмай. Эс ауыртһа, тик ятҡы килә. Тап ошондай саҡта дарыу эсә башлайбыҙ. Ниндәй дарыу беҙгә ярҙамға килер икән?
Нимесулид
Ауыртыуҙы тиҙ генә баҫа. Был теш, быуын, мускулдар һәм операциянан һуң була торған ауыртыу-һыҙланыуҙарға ярҙам итә. Ҡапыл ғына тубығығыҙ ауырта, йәки аҡыл теше сыға башлаһа, нимесулид эсегеҙ.
Дротаверин
Ҡорһаҡ ҡыуышлығы мускулдары һәм эс, ашҡаҙан һәм эсәк ҡыҫылып, быуылып (спазм) ауыртһа, был дарыу ярҙам итә. Шулай уҡ күрем килгәндә дротаверин эсегеҙ. Бөйөрҙә йәки һейҙек ҡыуығында таш ҡуҙғалып, ауырта башлаһа, шулай уҡ был дарыу ярҙамға килә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!