+24 °С
Ямғыр


Врач-реаниматолог Илгиз Мостафинға ҡазаланған кескәйҙең ата-әсәһе рәхмәт уҡып бөтә алмайҙыр. Бала киндер-сюрприздың уйынсығын йота һәм ул тын юлына барып тора. Дүрт йәшлек кескәйгә операция эшләп, трахеостома ҡуйыуға әҙерлек эштәре башлана. Әммә Мәсәғүт үҙәк дауаханаһының врач-реаниматологы Илгиз Мостафин уйынсыҡты операцияһыҙ алыуға өлгәшә. Кескәйҙең хәле һәйбәт, ҡурҡыуы ла үткән. Шундай шәп табипҡа афарин тиергә генә ҡала.
Ә беҙ кескәйҙәрҙең бар нәмәне ауыҙына ҡабыуын онотмайыҡ! Ҡайһы саҡта был оло ҡазаға килтереүе бар. Балаларыбыҙ һау-сәләмәт булһын!