Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Июль 2023, 05:15

Ҡышҡылыҡҡа - рассольник

Ҡышҡылыҡҡа үҙегеҙ япҡан рассольник тәме менән һөйөндөрөр. Ҡыяр бар мәлдә ошо ашты әҙерләп ҡуйырға ла ваҡыт тапһағыҙ, һуңынан ҡыуанып бөтә алмаҫһығыҙ...

Ҡышҡылыҡҡа - рассольникҠышҡылыҡҡа - рассольник
Ҡышҡылыҡҡа - рассольник

2-3 килограмм ҡыяр, 0,5-әр килограмм кишер, һуған, алдан бешерелгән перловка ярма­һы (2-3 стакан), укроп, петрушка, самалап тоҙ, шәкәр ҡомо, 500 грамм томат пастаһы, 200 мл үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы һеркә алына.

Йәшелсәне ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, һуғанды ярым балдаҡ менән, укропты, петрушканы турарға.

Май һалып бешерергә ҡуйырға. 40 минут быҡтырғас, перловка өҫтәп, тағы ла 5 минут ҡайнатырға, банкаларға тулты­рырҙан алда һеркә һалырға. Банкаларҙы ҡаплап, һыуынғансы юрған аҫтында ҡалдырырға. 6-7 (0,7) банка була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас