+24 °С
Ямғыр


Көнсығышта йыш ҡулланылған был ҡатнашма йәшлек эликсиры тип атала. Уны эшләр өсөн 100 г лимон һуты, 200 г бал һәм 50 г зәйтүн майы алалар. Бөтәһен дә бергә ҡушып болғатҡас, быяла һауытҡа һалып һалҡынса ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк.
Һәр көн иртән ас ҡарынға 1 сәй ҡалағын эсергә, бөтһә тағы ла шул күләмдә бөтә компонентарҙы ҡушып эшләп алырға.
Был ҡатнашманы көн дә ҡулланған осраҡта бит тиреһе тигеҙләнер, уның төҫө матурланыр. Эс ҡатыу тураһында оноторһоғоҙ. Шулай уҡ склерозды иҫкәртеүҙә лә был эликсир ярҙам итер.