Өй лимонады: ярты лимон, 1 литр газлы таҙа һыу, 5 ҡалаҡ шәкәр, боҙ. Лимондың һутын һығып, ҡабығын ҡырып, эсен иҙеп, кувшинға һалып, шәкәр менән һыуҙы өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Стакандарға ҡойоп, махсус һауытта туңдырылған боҙ киҫәктәрен һалып эсергә.
300 мл йогурт йәки ҡатыҡ, кефир, 150 мл һыу (йәки азлы минераль һыу), укроп, петрушка, кинза, базилик, тоҙ, онталған боҙ киҫәктәре.
Йогурт менән газлы һыуҙы алдан һыуытырға. Йәшел тәмләткестәрҙе йыуып, салфетка менән киптереп, ваҡ итеп турарға.
Йогуртҡа газлы һыуҙы ҡойоп, ныҡ итеп туҡырға, тәменсә тоҙ, йәшел үләндәрҙе өҫтәп, стаканға ҡойғандан һуң, тултырылған һауытҡа ултыртып һыуытырға. Боҙ киҫәктәре һалып эсергә.
Төрөк лимонады
5 л таҙа һыу, 7 лимон, 500 –700 г шәкәр, 3 бөтнөк япрағы.
Лимондарҙы яҡшылап йыуырға, орлоҡтарын алып, уртаса ҙурлыҡта үҙегеҙгә оҡшағанса турарға. Бөтнөк япраҡтарын да өҫтәп, бутҡаға әйләнгәнсе иҙергә. Уға һыу һалып, бер кискә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртән һөҙөп, шешәләргә тултырып, һыуытҡыста һаҡларға. Шәкәрҙе эҫе һыу менән иҙә күрмәгеҙ, юҡһа лимондың әсеһе сығып, эсемлекте боҙасаҡ.
100 мл ҡара ҡарағат һуты, 80 мл ҡурай еләге һуты, 20 мл бөтнөк сиробы, дүрткел итеп туңдырылған боҙ киҫәктәре, еләк кәрәк.
Шыйыҡ компоненттарҙы бокалға һалып бутағас, боҙ киҫәктәрен өҫтәргә, еләк менән биҙәп, табынға бирергә.
Яңы ғына бешерелгән 120 мл ҡара сәй, 150 г ҡурай еләге, онталған боҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, бөтнөк, лимон киҫәге алына.
Бокалға боҙҙо һалырға, ҡурай еләге һутын һығырға. Биҙәү өсөн бер нисә еләкте алып ҡалырға онотмағыҙ. Сәйгә шәкәр өҫтәп болғатҡас, бокалдағы боҙ өҫтөнә ҡойорға, еләк һутын өҫтәргә. Эсемлекте бөтнөк япраҡтары, лимон киҫәге, еләк менән биҙәргә.
3 балғалаҡ ҡара сәй, 1 лимон, 2 әфлисун, еләк, бөтнөк, шәкәр, боҙ.
Цитрус емештәрҙең ҡабығын (цедра) ҡырып алырға, һутын һығырға. Бөтнөктө турап төйөргә. Ҡара сәйҙе бөтнөк, әфлисун, лимон ҡабығы һалып бешергәндән һуң, тәменсә шәкәр, һығылған һутты өҫтәргә. Бүлмә температураһына еткәнсе һыуытҡас, боҙ киҫәктәрен һалып, үҙегеҙ теләгәнсә биҙәп, табынға бирергә.
330 г ҡарбуз, 1 ҡалаҡ лимон һуты кәрәк.
Ҡарбуз киҫәген блендер менән иҙгәс, лимон һуты өҫтәп, бокалдарға һалып, өҫтөн ҡарбуз телеме менән биҙәргә.
150 г еләк, 50 г туңдырма, бер нисә киҫәк боҙ, 1 банан.
Бананды ваҡ итеп турап, еләк һәм боҙ киҫәктәрен һалып, блендер менән иҙергә. Был ҡатнашманы стакан йәки бокалға һалғас, өҫтөн ҡалаҡ менән шар кеүек итеп алынған туңдырма менән биҙәргә.
Ҡурай еләге менән йогурттан смузи
200 – 300 г ҡурай еләге, 150 мл йогурт, 100 мл һөт, 1–2 ҡалаҡ бал.
Йогуртҡа һөт ҡушып, еләкте, балды һалып, блендер менән болғатырға.
Сығанаҡ:
https://ye102.ru