Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Июнь 2023, 06:35

Дарыу үләндәрен киптерергә беләһегеҙме?

Кибергә ҡуйылған үләндәрнеҡояшта тотарға ярамай. Уларҙы бер аҙ елле урында, саф һауала киптерергә кирәк. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кибергә ҡуйылған үләндәрнеҡояшта тотарға ярамай. Уларҙы бер аҙ елле урында, саф һауала киптерергә кирәк. 

✅Ромашка, мәтрүшкәләрҙе, ҡайын япраҡтарын бәйләм итеп йыйып элеп киптерһәң яҡшы.

✅Үлән тамырҙары ҡояшта яҡшы кибә.

✅Баҡа япрағы мелән үгәй инә япрағын ҡағыҙға берәмләп ҡуйып киптерергә кәрәк. Өҫтө-өҫтөнә һалынһа, улар кибә алмай, ҡарайып серей башлаясаҡ.

✅Бер-ике көндән уларҙың икенсе яғын әйләндереп тә киптерергә кәрәк

✅Һәр төр үләнде айырым киптерергә кәрәк. Киптергәс, уларҙың ҡайһы үлән икәнлеген, касан йыйғанды яҙып ҡуйығыҙ.

✅Кипкән үлән оҙаклап туҙан йыйып ятарға да тейеш түгел.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас