Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Июнь 2023, 09:30

Иван-сәй яһап ҡарағанығыҙ бармы?

Әммә түбәндә һеҙгә уның иң еңел ысулын тәҡдим итәбеҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Уны төрлөсә әҙерләйҙәр. Әммә түбәндә һеҙгә уның иң еңел ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Үләндең япраҡтарын банкаға һалып, ағас таяҡ менән төйә-төйә тығыҙлап тултырырға. Тәҙрә төбөндә ҡояшта өс көн торғас, уны ит тартҡыстың эре тишегенән үткәрергә. Табаҡҡа һалып, яҡшылап ыуырға кәрәк. Һуңынан өҫтөн дымлы сепрәк менән ҡаплап, 8 сәғәт тоторға. Артабан үләндәрҙе йәйеп һалып, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Икенсе көнөнә 90-100 градус ҡыҙыулыҡта киптереп алабыҙ. Иғтибар, духовканың ишеген ябып еткермәйбеҙ.

Бына хәҙер һеҙҙең үҙ ҡулығыҙ менән әҙерләгән үлән сәйегеҙ әҙер! Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас