Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Июнь 2023, 04:05

Киҙеүҙән шәп дарыу

Ҡара һуғандан ҡышҡылыҡҡа киҙеү ауырыуҙарына ҡаршы дарыу әҙерләп ҡуйырға була. Бының өсөн ике-өс ус ҡара һуғанды ҡырҡып алып (тамыры кәрәкмәй!), таҙартығыҙ ҙа, быяла һауытҡа турап һалығыҙ...

Киҙеүҙән шәп дарыуКиҙеүҙән шәп дарыу
Киҙеүҙән шәп дарыу

Ҡара һуғандан ҡышҡылыҡҡа киҙеү ауырыуҙарына ҡаршы дарыу әҙерләп ҡуйырға була. Бының өсөн ике-өс ус ҡара һуғанды ҡырҡып алып (тамыры кәрәкмәй!), таҙартығыҙ ҙа, быяла һауытҡа турап һалығыҙ. Өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойоп, ҡараңғы урынға 10-14 көнгә ултыртып ҡуйығыҙ. Һөҙөп алғас, һалҡын урында һаҡлағыҙ. Өлкәндәр – бер аш ҡалағы, балалар ярты сәй ҡалағы итеп, киҙеү мәле еткәс, көнөнә иртәле-кисле эсергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас