Миңлеғәле Әхмәтзыя улы Моратов Алғаҙы ауылында тыуып үҫһә лә, тормошон Әбделкәрим менән бәйләгән. Уны Әбделкәрим, Алғаҙы һәм Ҡыуат ауылдарының һәр береһе үҙҙәренеке тип иҫәпләй. Сөнки утыҙ һигеҙ йыл ғүмерен ул ауылдаштарының һаулығы һәм ғүмере өсөн бағышлаған абруйлы ир уҙаманы.
Миңлеғәле Моратов Сибай медицина училищеһын тамамлағай. Ике йыл армия сафында хеҙмәт итә. Баймаҡта “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләгән сағында үҙен һәр яҡлап ышаныслы итеп күрһәткән егеткә тағы ла ҙурыраҡ бурыс йөкмәтелә – Әбделкәрим ауылына фельдшер-акушер итеп ебәрәләр. Уға шулай уҡ Ҡыуат һәм Алғаҙы ауылдары халҡын да хеҙмәтләндереү бурысы ҡуйыла. Шулай итеп йәш белгес ғаиләһе менән Әбделкәрим ауылына ҡайтып төпләнә.
- Беҙҙең төбәктә халыҡ башлыса юғары ҡан баҫымы менән яфалана, ни өсөн шулай икәнен бер нисек тә аңлата алмайбыҙ, элек-электән шулай килә, - тине Миңлеғәле Моратов. - Өс ауылдың халҡы менән бергә ни күрһәк тә шуны кисереп, шатлыҡ-көйөнөстәрҙе уртаҡлашып йәшәйбеҙ.
Фельдшер-акушер булып эшләгән осоронда уға йөҙҙән ашыу сабыйға “кендек инәһе” булырға ла тура килә.
- Элек әсә булырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙы көнө етмәйенсә дауаханаға ҡыуып та ебәреп булмай ине, - тине ул. - Яңы ғына килеп эшләй башлаған осор ине. Беренсе тапҡыр шундай саҡырыу булғас, нимә эшләргә лә белмәй аптырап ҡалдым. Ярай әле ул ваҡытта акушер булып эшләгән Фатима Өмөтбаева ауылға отпускыға ҡайтҡан ине. Уны ярҙамға саҡырып, икәүләп сабыйҙы ҡабул иттек. Шунан алып акушерлыҡ буйынса ла белемемде нығыраҡ камиллаштыра башланым. Бынан тыш эргәмдә һәр ваҡыт таяныс булырҙай шәфҡәт туташтары ла булды. Мәүлиха Янбулатова, Гөлсинә Моратова, Зөлфирә Фәйзуллиналар менән матур эшләнек. Өҫтәүенә, фельдшер-акушерлыҡ пунктында йыйыштырыусы булып эшләгән ҡатыным да миңә ныҡлы таяныс булды. Ул ваҡытта ФАП-та эшләгән һәр кем медицина ярҙамы күрһәтә белергә тейеш, тигән талап ҡуйыла торғайны.
Ысынлап та, Зифа һәм Миңлеғәле Моратовтар иңгә-иң терәп эшләй. Тәүлек әйләнәһенә ауылдаштарының һаулығы һағында булған ирле-ҡатынлы Моратовтарға бергә-бергә утты-һыуҙы күп кисергә тура килә.
- Егерме саҡрымда ятҡан Алғаҙыға ауырыуға саҡырып, ат менән килеп алалар ҙа, ҡайһы ваҡыт кире йәйәүләп ҡайтырға тура килә торғайны, - ти Миңлеғәле Моратов. - Сөнки икенсе ауырыуға саҡырыуҙары ихтимал ине. Йәшлек хыялы менән әллә ҡайҙарға барып, йәшәргә теләһәм дә, бар ғүмеремде тап ошонда уҙғарғаныма бер ҙә үкенмәйем. Әле булһа тыуған еремдән көс-ҡеүәт алып йәшәйем.
Моратовтар өс балаға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтыра. Улдары Айнур себер тарафтарында эшләй. Ҡыҙҙары Гөлнур атаһының юлын дауам итә - Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында эшләй, массаж яһау бүлегендә халыҡты хеҙмәтләндерә. Айгөлдәре иһә һатыусы. Бөгөн Моратовтар туғыҙ ейән-ейәнсәр һәм бер бүләсәргә бәхетле ҡартатай һәм өләсәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун бер йыл элек Миңлеғәле Моратов һыу аҫтында ятҡан сөйгә баҫа һәм аяғы зарарлана. Һөҙөмтәлә йүгереп, дәртләнеп йөрөгән ир уҙаманы бер нисә ай эсендә инвалид креслоһына ултырырға мәжбүр була. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, булғанына шөкөр итеп йәшәгән Зифа апай менән Миңлеғәле ағайға күңел тыныслығы һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.