Ни өсөн - әрем?

Әрем эсеү модаһын сығарып алдылар, ул бит ағыулы, тигәйне бер апай асыуланып. Эйе, килешәм, самаһыҙ эселгән әрем менән ағыуланырға була, уны һәр кемгә эсергә лә ярамай. Әммә мода ғына булыуы менән килешмәйем. Киреһенсә, онотолған дауаланыу ысулы беҙгә кире ҡайтты. Күптәрегеҙ өләсәй-ҡартәсәйҙәрегеҙ тыштан һеҙ өшөп-туңып ингәндә әрләп әсе әрем эсергәнен хәтерләйҙер. Эйе, өшөгән саҡта уны эсһәң тәнгә һыуыҡ үтмәй, үпкәләр һаҡланып ҡала һәм элекке быуын быны яҡшы белгән. Әремдең файҙалы икәнен бөтөн боронғо табиптар, Гиппократ та, Әбуғалисина ла белгән, уның менән дауалауҙы киң ҡулланған. Әремдең организмдағы күп сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ көсөн белгән. Әремде аяҡҡа ураһаң арығаның, сәй итеп эсһәң эстәге ауырыуҙарың бөтә...

Ни өсөн - әрем?Ни өсөн - әрем?
Ни өсөн - әрем?

Әрем эсеү модаһын сығарып алдылар, ул бит ағыулы, тигәйне бер апай асыуланып. Эйе, килешәм, самаһыҙ эселгән әрем менән ағыуланырға була, уны һәр кемгә эсергә лә ярамай. Әммә мода ғына булыуы менән килешмәйем. Киреһенсә, онотолған дауаланыу ысулы беҙгә кире ҡайтты. Күптәрегеҙ өләсәй-ҡартәсәйҙәрегеҙ тыштан һеҙ өшөп-туңып ингәндә әрләп әсе әрем эсергәнен хәтерләйҙер. Эйе, өшөгән саҡта уны эсһәң тәнгә һыуыҡ үтмәй, үпкәләр һаҡланып ҡала һәм элекке быуын быны яҡшы белде.

Әремдең файҙалы икәнен бөтөн боронғо табиптар, Гиппократ та, Әбуғалисина ла белгән, уның менән дауалауҙы киң ҡулланған. Әремдең организмдағы күп сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ көсөн белгән. Әремде аяҡҡа ураһаң арығаның, сәй итеп эсһәң эстәге ауырыуҙарың бөтә. Ишек өҫтөнә киптереп элгәндәр, насар көстәрҙе тупһа аша уҙҙырмаһын, тип, өйҙә төтәтһәң, төрлө эпидемия ваҡытында һауаны зарарһыҙлауын, киптереп гөлләмә итеп һауытҡа ҡуйһаң, өйҙәге һауаны микроорганизмдарҙан таҙартып тороуын күптәр белә. Иң мөһиме – әрем кешенең эсендә паразиттарға үрсергә бирмәй, булһалар – уларҙы бөтөрә.

Шул уҡ ваҡытта, әремде ҡулланыуҙың самаһын да белергә тейешбеҙ, ҡасан ярамағанын да. Был үләнгә аллергияһы булған кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, бәләкәй балаларға ҡулланыу тыйыла. Әремдең бөгөн киң таралған яман шеш сиренән дә файҙалы булыуы иҫбатланған. Шулай уҡ дисбактериоз, эс китеү, йүткереү, пневмония, ағыуланыу, астма һәм башҡа сирҙәрҙе лә йырып сығырға ярҙам итеүе билдәле.

Бар ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн эсә торған көндәлек миҡдар бөтә кешегә лә файҙа бирә. Бының өсөн көн дә йоҡларға ярты сәғәт ҡалғас, 10-15 бөртөк кипкән сәскәһен ярты стакан йылы һыу менән ҡабып йотһаң, улар беҙҙең организмды эстән таҙартып тота. Иртәнсәк торғас, ауыҙҙан тәмһеҙ еҫ килмәй, бер рәттән эстәге ағзалар сәләмәтләнә. Әрем ашҡаҙанға ла ыңғай тәьҫир итә, аппетитты аса. Ул беҙҙең эсте таҙартып, төрлө инфекцияларҙан, бактерияларҙан аралай.

Әремде сәй итеп эсеү өсөн уның ярты сәй ҡалағын бер стакан ҡайнар һыуҙа болғатып эсәбеҙ. Ашар алдынан. Көнөнә өс мәртәбә. Әремде һап-һары итеп сәскә ата башлаған мәлендә йыйып киптерәләр. Уны киндер йә ҡағыҙ моҡсайҙа һаҡлайҙар. Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас