

Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һәм ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоуын дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына шифалы тәьҫир итә. Был үҫемлек көс бирә, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, борсолғанда һәм хроник арығанлыҡ билдәләрендә тәҡдим ителә.
Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизмда ауыртҡан урындарға һөртәләр. Сылатҡыс һәм компресс килеш быуындар ауыртҡанда ҡулланалар, ә һөлдәне нығытырға һәм һөйәктәрҙең ялғанып үҫеп китеүен тиҙләтеү өсөн үҫемлектең һутын саф килеш йәки кишер һуты менән ҡушып ҡабул итергә кәңәш бирелә.
Бәпембә һутын нисек итеп эшләргә һәм һаҡларға?
Бының өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары һәм сәскәләре менән ит үткәргес аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар һәм стериль банкаларҙа һаҡлайҙар.
Һау-сәләмәт булайыҡ!