Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәртеүсе эсемлек

Кунжутта һөйәктәр, тештәр, нерв системаһы өсөн бик кәрәкле булған кальций күп. Бигерәк тә 45 йәште үткән кешеләргә ҡара кунжутты ҡулланырға кәрәк – көнөнә 1-2 сәй ҡалағы. Әйткәндәй, ҡара кунжуттан шифалы йәшәртеүсе эсемлек эшләргә мөмкин...

Йәшәртеүсе эсемлек
Йәшәртеүсе эсемлек

Кунжутта һөйәктәр, тештәр, нерв системаһы өсөн бик кәрәкле булған кальций күп. Бигерәк тә 45 йәште үткән кешеләргә ҡара кунжутты ҡулланырға кәрәк – көнөнә 1-2 сәй ҡалағы.

Әйткәндәй, ҡара кунжуттан шифалы йәшәртеүсе эсемлек эшләргә мөмкин. Бының өсөн 1 сәй ҡалағы ҡара кунжут, 100-әр мл кишер һәм әфлисун һуты, 1 сәй ҡалағы бал алына. Уларҙың барыһын бергә блендерҙа болғатабыҙ. Әҙерәк минераль һыу ҡушырға ла мөмкин. Ике аҙна ошо эсемлекте ҡулланғандан һуң үҙегеҙҙә энергия ташып тороуын, көс йыйыуығыҙҙы тойорһоғоҙ. Ул тире, тырнаҡ, сәстәрҙе матурайта, нерв системаһын, һөйәк, тештәрҙе нығыта, ҡан тамырҙарына, ашҡаҙан эшмәкәрлегенә яҡшы тәьҫир итә. Ике аҙна ял иткәндән һуң курсты тағы ҡабатларға була.

Был эсемлек шәкәр диабеты, һейҙек ҡыуышында ташы, язва, гастриты булған, панкреатит менән ауырығандарға ярамай.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: