Бөтә яңылыҡтар

Ҡанлы үләненең (чистотел) сәскә атҡан ваҡыты...

йыйып ҡалығыҙ! Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Фирая Захарова ҡанлы үләндең төнәтмәһен яһау ысулы менән бүлешә:

Хәҙер ҡанлы үләненең сәскә атҡан мәле. Ул йылына 3-4 тапҡыр сәскә ата. Тап шул ваҡытта уны йыйырға кәрәк. Дөрөҫ, ул ағыулы үлән. Шуға ла һаҡ ҡулланығыҙ. Өс литрлы әсе һыуға (сыворотка) 1 һаҡын һалырға. Шуға 1 аш ҡалағы йөҙөм йәки 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо һәм 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ өҫтәргә. 10-15 көнгә банканың ауыҙын марля менән бәйләп ҡуйырға. Шул көндәр үткәс, төнәтмә әҙер була. Көнөнә 1 аш ҡалағы эсергә. Дауаланыу курсы – 1 ай. Әлеге ҡатнашма организмдан токсиндарҙы таҙарта.

Иҫкәртмә: төнәтмәне ҡулланыр алдынан варч менән мотлаҡ килешегеҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: ZXEvWI7QXyU

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: