Бөтә яңылыҡтар

Шифалы исемлек

Был эсемлеккә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа эсергә була. Тәү сиратта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу мәлендә организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә "тиҙ ярҙам"...

Шифалы исемлек
Шифалы исемлек

3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин.

Был эсемлеккә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа эсергә була. Тәү сиратта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу мәлендә организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә "тиҙ ярҙам". Һау-сәләмәт булайыҡ!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: