Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотороуға ҡаршы

Ҡырағай һәм ҡарауһыҙ хайуандар менән аралашыуҙан тыйылығыҙ. Һәм ошондай хайуандарҙың булыуы мөмкин урындарҙа балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Таныш булмаған хайуандарҙы һыйпарға, ашатырға, үҙеңә яҡын килтерергә ярамағанлығын, уларҙың сирле булыуы ихтимал икәнен мотлаҡ аңлатығыҙ...

Ҡотороуға ҡаршы
Ҡотороуға ҡаршы

Һорау – яуап

Ҡотороуҙы йоҡтормаҫ өсөн

- Ниндәй хайуандарҙа ҡотороу ауырыуы була?

- Ҡотороу - нервы системаһын зарарлаусы һәм үлемгә килтереүсе киҫкен вируслы йоғошло ауырыу. Сирле хайуандың һеләгәйендәге вирус сир тыуҙырыусы булып тора. Йышыраҡ - эт һәм бесәйҙәр, ә ҡырағай хайуандарҙан төлкө, терпе, ярғанат, бурһыҡ һәм бүреләр инфекция йөрөтөүе мөмкин. Һирәгерәк ул ауырыу һыйырҙар, һарыҡтар, аттар, кимереүселәр менән контакт һөҙөмтәһендә йоға.

- Был ауырыуҙы йоҡтороу юлдары ниндәй?

- Кешегә вирус сирле хайуандың тешләүе, тырнаҡ эҙе йәки күҙ, ауыҙ һәм танау ҡыуышлығының лайлалы тиресәһенә уның төкөрөгө эләгеүе һөҙөмтәһендә йоға.

- Хайуан тешләгән осраҡта нимә эшләргә кәрәк?

- Тешләнгән урынды эшкәртегеҙ – һабынлап, ағып торған һыу аҫтында яҡшылап йыуығыҙ. Яра булһа, 5 процентлы йод менән яраның тирә-яғын эшкәртегеҙ. Стерилләнгән бәйләмес һалығыҙ.

Кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ - ҡотороу ауырыуына ҡаршы ваҡытында һалынған вакцина кешене ауырыуҙан ҡотҡара. Әлеге ваҡытта ҡотороу сиренән дарыу юҡ.

Ҡырағай һәм ҡарауһыҙ хайуандар менән аралашыуҙан тыйылығыҙ. Һәм ошондай хайуандарҙың булыуы мөмкин урындарҙа балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Таныш булмаған хайуандарҙы һыйпарға, ашатырға, үҙеңә яҡын килтерергә ярамағанлығын, уларҙың сирле булыуы ихтимал икәнен мотлаҡ аңлатығыҙ.

Өйҙәге эт һәм бесәйҙәргә ҡотороу ауырыуына ҡаршы прививка эшләтергә онотмағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: