Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ЙЫУА – КҮП СИРҘӘРГӘ ДАУА

Киттекме? Ҡайҙа тиһеңме? Күптән түгел ҡарҙан әрселгән тау битләүҙәре, урман аҡландарына инде. Күпереп кенә йәшел үләндәр ҡалҡып сыҡҡан икән. Улар шул тиклем йомшаҡ, наҙлыҡай ғыналар. Араларында һары, зәңгәр умырзаялар ҙа, аҡ ҡына кескәй йондоҙсоҡтар, хатта яҫы япраҡ уртаһынан “мин бында” тип үҙенә саҡырып торған “ландыш” сәскәләре лә күренә. Тик бөгөн беҙ сәскәләргә теймәйек. Күҙ яуын алып ҡыуандырып үҫә бирһендәр. Умырзаялар ғүмере былай ҙа аҙ ғына икәнен беләбеҙ ҙә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

ЙЫУА – КҮП СИРҘӘРГӘ ДАУА

Иғтибар менән һирәгерәк үҫкән үләндәрҙең араһына баҡһаң, ерҙән бер иле (ҡуш бармаҡ) арауығы ҡыҙғылт төҫтәге, нәҙек кенә оҙон, бер аҙ һарымһаҡ һабағына оҡшаған үләнде күрерһең. Бер һабаҡтан бер-нисә ҡыяҡ тармаҡлана. Төп-тамырына теймәй генә, ҡыҙғылт өлөшө тапҡырынан һындырып ал. Еңел генә өҙөлөп тора ул. Башҡа үләндәр кеүек беше түгел. Инде иң һутлы ғына ҡыяҡтың осон тәмләп ҡара. Бер юлы һуған да, һарымһыҡ та ҡапҡан тәм тойолдомо? Һин яңылышмағанһың. Ҡулыңда, халыҡса әйткәндә, “йыуа”.
Был тәүге яҙғы үләндең төрлө тарафта шундай атамалары бар: “тау йыуаһы”, “әсе йыуа”, “талғыр йыуа”, “”оҫҡон йыуаһы” һ.б. Һәр хәлдә, әле мин һүҙ алып барған “йыуа”ның тәме әсе, ҡырҡыу, ә һабағы тығыҙ, нәҙек-оҙон. Туғайҙа үҫкән башҡа ҡыяҡлы үләндәрҙән әллә ни айырмаһы ла юҡ һымаҡ. Мин үҙем шәхсән уны бары тик ерҙән ҡалҡып сыҡҡан өлөшөндәге ҡыҙғылт өлөшө һәм ҡыяғының башҡа үләндәрҙән ҡылыныраҡ, төҫө лә ҡуйы йәшел булыуынан һәм бер төптән, һарымһаҡ, һуған һымаҡ, күп ҡыяҡтар айырылып сығыуынан ғына айырам. Йәнә, бик тә бутала башлаһам, үләнде өҙөр алдынан өҫкө өлөшөнән бер семтем генә алам да тәмләп ҡарайым – ҡырҡыу һарымһаҡ тәмәйтһә – был ЙЫУА!
Ғәҙәттә, йыуа үләне, баҡсалағы ҡыр һарымһағы кеүек, бер тирәлә өйкөм-өйкөм булып үҫә. Бының сәбәбе ябай – был ҡыр һарымһағы (әйткәндәй, “әтмәкәс” тә ҡыр һарымһағына ҡарай) сәскәһенән барлыҡҡа килгән орлоҡтар сағыштырмаса ауыр була. Шуға улар алыҫҡа осоп китә алмай. Ҡайҙа сәскә атҡан, шул тирәгә (яҡынса 1-2 метр диаметрында) тарала. Иғтибар итһәгеҙ, бигерәк тә урман ситендәге буйлауҙа үҫкән йыуалар, урман эсенә ҡарай түгел, ә ҡайһы яҡҡа күберәк ел иҫә, шул яҡҡа тарала. Яланда ла, тау түбәһендә лә йыуа “түтәлен” елдең йышыраҡ иҫеү йүнәлешендә эҙләргә кәрәк. Беҙҙең Башҡортостанда көнбайыш һәм себерҙән иҫкән елдәр күберәк. (Көнъяҡ һәм көнсығыштан тау ышыҡлай).
Тағы ла бер үҙенсәлек – “йыуа”, һәр үлән кеүек, ҡояш йылыһын ярата. Шуға ла һирәк үләнле, ҡорораҡ, ҡалҡыуыраҡ урында күп үҫә. Ә баҡсала (дачала) ғәҙәттә һөрөлгән баҫыу ситтәрендәге ҡалҡыулыҡта, түтәл тирәләрендә, ҡалҡыу, ҡояшлы урында үҫкән алмағас, сейә ағастары төптәрендә күп була. Хатта түтәл уртаһында үҫһә лә, сүп булып ултыра тип, йолҡоп ташлама. Һаҡ ҡына тамыры менән ҡаҙып алып “йыуа” үҫергә яратҡан, башҡа баҡса йәшелсәләре үҫмәгән урынға күсереп ултыртып ҡуй. Бер, хатта ике йылда ла әллә ни “йыуа” ашап ҡыуанмаҫһың. Ә бына өсөнсө йылда көн һайын турама, йә бәлеш һалырлыҡ файҙалы витаминдарың булыр.
ФАЙҘАҺЫ. Йыуаның файҙаһы, дөрөҫөрәге – ҡиммәте: оҙон ҡыш буйына төрлө минераль матдәләр, витаминдарға танһыҡҡан организмды туйындырыусы булыуы. Иң мөһиме – был витамин өсөн аҡса түләргә лә, бик күп физик көс түгергә лә кәрәкмәй. Хатта ризыҡҡа ҡулланыуы ла еп-еңел. Июнь айҙары башланғас, әлбиттә, баҡсала редис, һуғандар өлгөрә – йыуаның ҡиммәте бөтә. Әммә яҙ менән йәй алышынған мәлдә йыуа – алыштырғыһыҙ йәшелсәләрҙең береһе. “Береһе” тием, сөнки халыҡта “йыуа”, “яҙ үләне” атамаһы менән йөрөгән тағы ла әллә күпме үлән бар (мәҫәлән, “һаҫыҡ йыуа”, “айыу һуғаны” (черемша), “балтырған” (борщевик, сныть), “ҡымыҙлыҡ”(горец альпийский),, “ҡымыҙлыҡ” (кислица), “кесерткән”, “ҡуҙғалаҡ” һ.б.). Бөгөнгө һүҙем, бары тик әсе йыуа тураһында ғына. Сөнки башҡа үләндәр тураһында яҙмалар табырға була. Ә бына "әсе йыуа" тураһында аҙыраҡ, ә файҙаһы башҡаларға ҡарағанда хатта күберәк тә.
Көнсығышта был үләнде “ҡытай һарымһағы” тиҙәр һәм баҡсаларҙа махсус рәүештә сәсеп үҫтерәләр һәм һуған, һарымһаҡ һымаҡ тәрбиәләп ҡара көҙгә тиклем ризыҡҡа ҡулланалар. Исеменән үк күренеүенсә, был үлән һуғандан бигерәк һарымһаҡҡа яҡын. Тәме лә, файҙаһы ла, сәскәләре лә, орлоғо ла һарымһаҡҡа оҡшаш. Ҡытайҙа хатта “ҡара һарымһаҡ”ты ла үҫтерәләр. Ул да, тәбиғәт шарттарында үҫкән һәр үлән кеүек, файҙалы матдәләргә бик бай.
Йыуаның һуған менән ҡәрҙәшлеген раҫлаусы, баҡсала махсус үҫтерелгән бер үлән бар. Ул “Лук душистый Априор” тип атала. Күреүегеҙсә, бер кем дә һуғандың үҙен “хуш еҫле” тип әйтмәҫ. Ә был үләндән үҙенсәлекле һарымһаҡ еҫе аңҡып тора.
Тимәк, “йыуа”ла һуған менән һарымһаҡта булған бар файҙалы матдәләр тупланған. Бигерәк тә яҙғыһын көс тупларға ярҙам итеүсе С витамины күп унда. Еҫе аңҡып торғас, эфир майҙары күп. Кешегә кәрәкле майҙар һәм аминокислоталар бар. Йәнә, бик күп минерал матдәләр йыйылған. (Иғтибар итһәгеҙ, йыуа ташлы тауҙарҙың битләүен ярата. Ә тауҙа, таштарҙа минералдар күп.) Мин ғалим-биолог түгел, интернеттан алған мәғлүмәтте генә еткерәм: йыуала көкөрт, фтор, калий, кальций, хатта йод, бор, тимер, баҡыр, селен, цинк, марганец кеүек минераль матдәләр бар. Белеүегеҙсә, ҡайһы бер витамин кеше организмы көндәлек ризыҡты эшкәрткәндә барлыҡҡа килә, ә бына минералдарҙы бары тик туҡланған ризыҡ аша, үҙгәртелмәгән көйө генә алып була. Шул мәғлүм, үҫемлектәрҙәге минералдар кеше организмына яраҡлы миҡдарҙа һәм тулыһынса үҙләштерелерлек сифатта була.

МЕДИЦИНАЛА.
Минеңсә, “йыуа”ның төп дауаһы – уның әселегендә. Был файҙалы үләнде күп итеп ашап булмай. Ике-өс төптө ашағас та, организмдағы “эске бер тауыш” башҡа ашарға кәрәкмәгәнен әйтә. Әммә ике-өс сәғәттән йыуаны тағы ла ашағы килә башлай. Тимәк, йыуаның һуты ашҡаҙан-эсәк юлдарына килешә. Аш эшкәртеүҙе яҡшырта. Гастрит, ашҡаҙан елһенеүе (язва желудка), бөйән (двенадцатиперстная кишка) сирҙәренән яфаланғандарға ла ашарға ярай йыуаны. Тик айырым арауыҡ аша (1-2 сәғәт) берәр төптән башлап ашарға. Бик ҡурҡҡандар йыуаны оҙаҡ итеп сәйнәп ашағандан һуң ярты стакан таҙа шишмә һыуы эсеп ҡуя ала. Йыуанан һуң башҡа бер ни ҙә ашамай 2-3 сәғәт йөрөһәң – нәҙек һәм йыуан эсәктәге сир тыуҙырыусы микроорганизмдарҙан да ҡотолорға мөмкин. Ғалимдар асыҡлауынса, йыуалағы матдәләр икмәк әсеткеһе “бәшмәге”н (мицелий) кәметә ала. Ә ҡыш буйына ит, икмәк ризыҡтары ашау һәм аҙ хәрәкәтләнеү эсәктәрҙә тап шул “икмәк әсеткеһе бәшмәге” (дрожжи) йыйылыуға килтерә. Халыҡса әйткәндә, “һауа йыйылыу”, “эс күбеү”ҙе кәметә. Ә был иһә ғөмүмән ашҡаҙан-эсәктәрҙең дөрөҫ эшләп китеүенә булыша.
Интернеттан.
Йыуаны борон ашҡаҙан һәм аш эшкәртеүе боҙолғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың климаксы осоронда, тын юлы ҡыҫылып быуылғанда, эсәктәге ҡылйыландарҙы ҡыуғанда, зәңге, тиф, грипп, дизентерия кеүек йоғошло ауырыуҙар мәлендә, йәнә күреүҙе яшыртыу, ир-егеттәрҙең енси көсөн арттырыу өсөн күп ҡулланғандар.
Борон йыуаны аҙ ғына бешәкләп (пропарить) оҙаҡ йүнәлә торған сей яра (язва кожи), бешкән урындарға япҡандар.

АШ-ҺЫУ.
Әлбиттә йыуаны сей көйө ашау күпкә файҙалы. Әммә шуныһы, яланға бер сыҡҡанда йыуаны күп итеп алып ҡайтырға мөмкин. Тиҙ арала сей көйө ашап бөтөп тә булмай. Шәхсән үҙемә килгәндә, баҡсаға аҙнаһына бер барырға тура килә. Тимәк, бер аҙнаға етерлек йыуа йыуып алырға кәрәк.

ТУРАМАЛАР ӘҘЕРЛӘҮ.
1 ысул. Бешкән йомортҡа (2 дана), бешкән тауыҡ ите (100 гр.), тоҙло ҡыяр (1-2 дана), йыуа (бер ус). Барыһын да килештереп турайһың да аҙ ғына тоҙ һәм алма һеркәһе йәки лимон һуты һибәләп, ауыл ҡаймағы (бик булмаһа сөсө майонез-провансал) ҡушып болғатаһың.

2-се ысул. Башлы һуған (уртаса бер дана), кәбеҫтә йәки яңы ҡыяр, йыуа (бер ус), лимон һуты (аш һеркәһе), тоҙ. Һуғанды дүңгәләкләп турарға һәм һалҡын һыуҙа сайҡатып алғас өҫтөнә аш һеркәһе һибәләргә. Аҙаҡ кәбеҫтәне йоҡа итеп турап, аҙ ғына тоҙ һибәләп ҡул менән баҫып, болғатып йомшартырға, йыуаны ваҡ ҡына итеп турарға ла барыһын бергә болғатырға. Мотлаҡ көнбағыш (етен) майын ғына ҡойорға.

3-сө ысул. Мин уны “заманса турама” тип атайым. Кибеттән алынған “кириешки” шөкәрәһе (сухарики), ыҫланған колбаса, бер ус йыуа, майонез. Самаһын үҙегеҙ ҡарағыҙ. Бик туҡлыҡлы һәм тәмле килеп сыға. Бигерәк тә ҡырға походҡа, тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда эшләүе уңай. Тик йыуаны оҙон итеп турамағыҙ. Ашағанда ҡаты булмаһын өсөн турап бөткәс айырым һауытта аҙ ғына тоҙ һибәләп услап ыуып алығыҙ.

Иғтибар. Йыуаны турамаға йәлләмәй һалығыҙ. Тәмен боҙмай. Турағас, тәүҙә күп һымаҡ күренгән йыуа аҙ ғына булып ҡала. Был йыуа үләненең формаһына бәйле. Уның йыяҡтары өсмөйөш формаһында, шуға тотҡанда ҡабарып күренә. Ошо үҙенсәлекте йыуаны бешергәндә лә онотмағыҙ.

БЕШЕРЕҮ.
Бөккән. (пирожки). Бөккән ҡамырын баҫырға. Эслек: бешкән йомортҡа (1 өлөш), йыуа (2 өлөш), ҡаймаҡ(1 өлөш), самалап тоҙ. Хатта тоҙ һалмаһаң да ярай, тик аҙ ғына лимон һуты һибәләгеҙ.

Бәлеш. Майлы итеп бәлеш ҡамыры баҫығыҙ. Эслек: һыйырҙың һум ите (ваҡ шаҡмаҡтарға турарға), ҡаҙҙың эс майы (бер аш ҡалағы самаһы, иткә иретеп ҡушырға һәм болғатырға, ит өҫтөнә ҡара борос, ит тәмләткестәре һәм аш һеркәһе (лимон һуты) һибергә), башлы һуған (1 баш), картуф (ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турарға йәки ҡырғыстан үткәрергә), бер ус йыуаны уртаса ҙурлыҡта (тураманан эрерәк тураһаң да ярай) турап (төбөндәге ҡыҙғылт өлөшөн дә турағыҙ, ул бик файҙалы), ит өҫтөнә һалырға. Картуфты бәлеш яһар алдынан ғына ҡушырға кәрәк. Туралған картуфты тишекле сүмескә һалып тороғоҙ – бер аҙ һыуы һарҡып сыҡһын. Өҫтөнә тоҙ һибәләгеҙ.
Йәйелгән ҡамырға һалыр алдынан ит, картуф, һуған, йыуаны бергә ҡушып болғатырға һәм табаға тигеҙләп һалғас өҫтөнә ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлеп ярты ҡап (сама менән 80-100г.) аҡ май (сливочное масло) һалып сығырға ла ҡамырҙың икенсе киҫәге менән ябып бөрөргә һәм 150-200 градуслыҡ эҫе мейестә 30-40 минут бешерергә.
Иғтибар. Итте иң тәүҙә турарға кәрәк. Ул һеркә, тәмләткестәр менән әҙерәк бығып ятырға тейеш. Шулай иткәндә ит тиҙ бешә, йомшаҡ, татлы була. Бик булмаһа фарш та ҡушырға мөмкин. Был осраҡта ҡаҙ майы һалынмай һәм аҡ майҙы ла аҙыраҡ һалырға мөмкин. Тик фарш бәлешенең тәме икенсерәк була. Иттең хуш еҫле һурпаһы булмай.

Утикмәк. Исемен үҙем шулай атаным. “Ут” һүҙен белдегеҙ бит инде. Был икмәк, беҙҙең өләсәйҙәр бешергән СӨСИКМӘК ул. Тик икмәккә йыуа турап ҡушаһың. Ҡәҙимге ҡамыр – һөт, май, сода, (йомшаҡлыҡ өсөн – аҙ ғына лимон кислотаһын һыуҙа иретеп ҡушаһың, йәки ҡыяр, помидорҙың рассолы (маринад һыуы) ла ярай. Тик күп ҡушмағыҙ, сама менән 2 утикмәккә 1 аш ҡалағы. Бына шул ҡамырға бер ус йыуаны ваҡ итеп турап ҡушып баҫаһың да (ҡамыр әҙер булғас ҡына ҡушырға) 1-2 сантиметр ҡалынлығында йәйеп духовкала бешерәһең. 150-200 градуста 20 минут тирәһендә бешә. Өҫтө ҡыҙарғас алырға мөмкин. Мейестән алғас та һалҡын һыуға мансылған устарығыҙ менән өҫтән-аҫтан һыйпап алырға ла беше туҡымалы ашъяулыҡҡа төрөп һалырға. Бындай ашъяулыҡ булмаһа ҡәҙимге таҫтамалға төрөп өҫтөнә полиэтилен ҡапсыҡ ябып ҡуйырға була. Шулай итһәң, икмәк хуш еҫле һәм йомшаҡ килеп сыға.

ОҘАҠҠА ҺАҠЛАУ.
Бәлеш, турамаларҙан да артып ҡалдымы йыуағыҙ? Инде былай итегеҙ:
– Туңдырыу. Таҙа целофан моҡсайҙарға йыуылмаған, әммә артыҡ үләндәрҙән яҡшылап таҙартылған йыуаларҙы услап (бер моҡсайға ике ус тирәһе) турамай ғына буйлап һалып, моҡсайҙы ҡыҫып уратығыҙ ҙа туңдырғыс (морозильник) һауытына һалып ҡуйығыҙ. Аш йә картуф бешергәндә, хатта турамаларға ла ошо ҡапсыҡтан алып, туң көйөнсә генә бысаҡ менән турап (ул мурт ҡына була, еңел турала) кәрәгенсә алаһың да, ҡалғанын кире туңдырғысҡа һалып ҡуяһың. Хуш еҫе лә, тәме лә, төҫө лә һаҡлана.
– Киптереү. Бының өсөн махсус киптереү яйланмаһы кәрәк. (Сушилка для овощей). Шунда 1-2 см ҡалынлығында йәйеп һалып 4-5 сәғәт 50 градуста киптерергә. Шығырҙап тормаһа тағы ла аҙыраҡ тоторға. Кипкән йыуаны сепрәк моҡсайға һалып, тышынан полиэтилен моҡсай кейҙереп бүлмәлә һаҡларға мөмкин. Кәрәк саҡта алып ҡуш услап ыуып тәмләткес итеп ашҡа ҡушаһың.

– Тоҙлау. Хатта тоҙлап та була. Бер литрлыҡ банкаға 0,5-1 см оҙонлоҡта туралған йыуаны (хатта ит турағыстан үткәрһәң дә ярай) 2-3 см ҡалынлыҡта итеп ағас ҡалаҡ менән төйөп һалаһың да өҫтөнә тоҙ һибәләйһең. Шулай банка тулғансы дауам итәһең. Банканы һыуытҡыста һаҡларға. Кәрәк саҡта тоҙ урынына ашҡа, турамаға һалып ебәрәһең.

ЛИЛИӘ ҠӘЙЕПОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 914694e8e746fe587f855f9891660040

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: