Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Папилломанан ҡотолоу өсөн 6 рецепт

Папилломды тилсә (расторопша) порошогы, сөйәл үләне, бәпембә сәскәһе, бәпембә, миләш емеше, алоэ гөлө һуты, аҡ һарымһаҡ, сәй үләне (чайное дерево) майы һәм лимон ярҙамында бөтөрөп була.   Папилломдан ҡотолоу өсөн алты рецепт    Беренсе рецепт   Тәүге рецептта яҡшы итеп киптерелгән тилсә (расторопша) порошогы кәрәк була. Был порошокты көнөнә....

Папилломанан ҡотолоу өсөн 6 рецепт
Папилломанан ҡотолоу өсөн 6 рецепт
Папилломдан ҡотолоу өсөн алты рецепт 
 
Беренсе рецепт
 
Тәүге рецептта яҡшы итеп киптерелгән тилсә (расторопша) порошогы кәрәк була. Был порошокты көнөнә 3-4 тапҡыр берәр балғалаҡ ашарға һәм артынан һыу эсергә кәрәк буласаҡ. Тик уны ашағандан алда ла, һуңынан да 2 сәғәт бер нәмә лә ашарға ярамай. 
 
Икенсе рецепт 
 
Был рецептта киң билдәле булған сөйәл үләне (чистотел) ҡулланыла. Яңы ғына өҙөп алынған сөйәл үләненең һутын һығып алығыҙ. Хәҙер пластырь алып, папилломдың ҙурлығында тишек эшләгеҙ. Унан папилломды тышта ҡалдырып, пластырҙе йәбештерегеҙ. Был сөйәлгә көнөнә 3-4 тапҡыр сөйәл үләне һутын тамыҙығыҙ. 
 
Дүртенсе рецепт 
 
Был рецептта бәпембә сәскәһе ҡулланыла. Ҙур булмаған быяла банкаға бәпембә сәскәһен тултырығыҙ. Унан өҫтөнә одеколок ҡойоғоҙ. Одеколон өҫтөнә сығып торорға тейеш. Был бәпембәне йылы һәм ҡараңғы урынға бер ай тирәһе ултыртып ҡуйығыҙ. Әҙер төнәтмә менән папилломдарҙы көнөнә 3 тапҡыр эшкәртегеҙ. 

Дүртенсе рецепт 
 
Бәпембә, миләш емеше, алоэ гөлө һутын һығып алып һөртөгөҙ. 

Бишенсе рецепт

Был дауаны эшләр өсөн аҡ һарымһаҡты иҙеп, 1:1 миҡдарҙа туҡландырыусы кремға һалығыҙ. Крем урынына вазелин ҡулланырға ла була. 

Алтынсы рецепт 

Көн һайын сәй үләне (чайное дерево) майы һәм лимонды ҡушып болғатығыҙ. Был ҡатнашма менән папиллома һәм сөйәлде көнөнә кәм тигәндә өс тапҡыр яндырығыҙ.
 
Һау-сәләмәт булығыҙ! 
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшегеҙ. 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: