Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районында балиғ булмаған бала мопедта икенсеһен бәрҙергән

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

27 апрелдән 3 майға тиклем Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 231 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 33-өндә балаларға саҡырыу булған. 2 кешегә – инсульт, 1 кешегә инфаркт булған. 12 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 11 кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. 2 юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән дүрт  кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелгән. Ике осраҡта балиғ булмаған балаларҙың мопед менән идара итеүе күңелһеҙ хәл менән тамамланған.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: foto1-5

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: