Тоҙ бәйләү. Уны нисек ҡулланалар?
Берәй ауыртҡан, һыҙлаған ергә тоҙ ҡыҙҙырып һалырға кәңәш итәләр. Уның күп ауырыуға файҙа икәне билдәле. Тоҙ үҙенә ағыулы матдәләрҙе һеңдерә, елһенеү процессын баҫа, ҡан әйләнешен яҡшырта. Уны тәндәге инфекциялы яраларҙы, бешкән урындарҙы дауалауҙа, быуын, тын алыу органдары ауырыуҙарында, гипертониянан яфаланғанда, ангина булғанда, йүткергәндә, һалҡын тейгәндә, баш ауыртҡанда файҙаланалар.
Уның өсөн кәрәк була: ике аш ҡалағы эре тоҙ, 200 мл һыу (балаға булһа – 250 мл), 8 ҡат бинт йәки ҙур булмаған материал.
Ҡайнар һыуға тоҙҙо һалып иретәбеҙ ҙә бинтты шуға манып алабыҙ һәм һығабыҙ. Бинт еңелсә дымлы булырға тейеш. Уны ауыртҡан ергә һалып, өҫтөнән тағы ла бәйләп ҡуябыҙ. Иң мөһиме: тәнгә крем, лосьен һөртөлмәгән булырға тейеш. Тоҙ эретмәһен төнгә ҡарай ҡулланыу яҡшыраҡ. Сөнки ул 8 – 10 сәғәттәй торорға тейеш. Йүткергәндә күкрәк өҫтөнә, муйындан эскә тиклем, арҡаға ҡуябыҙ. Ангина, тонзиллит булғанда – муйынға һалабыҙ. Баш ауыртҡанда, һалҡын тейеү билдәләре булғанда, баш тирәләй ҡуябыҙ.
Тағы ла бер мөһим иҫкәрмә – ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сикләүҙәр булыуы ихтимал.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:cFDREoG2pR8