Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре “Ашығыс ярҙам” машинаһына юл биреүҙе һорай. Улар мөрәжәғәтен беҙҙең редакцияға ебәрҙе.
28 апрелдә Рәсәйҙә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Шул айҡанлы Баймаҡ “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Акция ошо махсус тәғәйенләштәге машина водителдәренең башланғысы менән ойошторолдо. Улар башҡаларҙан күпте лә талап итмәй – бары тик сирена уйнатып килгән “Ашығыс ярҙам” машинаһына юл биреүҙе генә һорай.
"Сирена уйнатып, юл биреүҙе “һораған” махсус машинала тап һеҙҙең яҡынығыҙға ашығалыр? Бәлки, унда кемдеңдер ғәзиз балаһына, ата-әсәһенә ярҙам талап ителәлер? Кемдеңдер ғүмере ҡыл өҫтөндә эленеп торалыр? Кемдеңдер...
Хөрмәтле водителдәр! “Ашығыс ярҙам” машинаһына юл биреүҙе матур ғәҙәт итеп алығыҙ", - тип әйтелә уларҙың мөрәжәғәтендә.