Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Апрель 2023, 12:10

Бөгөн - донор көнө

Йыл һайын 20 апрелдә Рәсәйҙә Милли ҡан доноры көнө билдәләнә...

Бөгөн - донор көнөБөгөн - донор көнө
Бөгөн - донор көнө

Йыл һайын 20 апрелдә Рәсәйҙә Милли ҡан доноры көнө билдәләнә. Ул 2007 йылдың 20 февралендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһында үткән донорлыҡ һәм ҡан хеҙмәте проблемалары буйынса "түңәрәк өҫтәлдә" булдырылған.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә былай тип яҙҙы:

- Милли донор көнөндә беҙ Рәсәйҙә ҡан донорлығының үҫеш тарихын ғына түгел, шулай уҡ хәҙерге тормошобоҙҙа донорлыҡтың мөһимлеген билдәләйбеҙ. Һәр донор — ярҙамға мохтаждар өсөн ҡотҡарылған ғүмер. Шул уҡ ваҡытта донорлыҡ — кешеләргә туранан-тура ярҙам итеүҙән тыш, үҙеңдең гражданлыҡ позицияңды күрһәтеү һәм хәйриә акцияларында ҡатнашыу мөмкинлеге лә. Шуға барлыҡ теләүселәрҙе ҡан донорҙары булырға, ошо изге һәм мөһим эшмәкәрлеккә ҡушылырға саҡырам. Ҡан доноры булыу — хәүефһеҙ, бушлай, сирлеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн әһәмиәте ҙур.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас